Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Ноябрь 2021, 19:39

БАШ АУЫРТАМЫ?

#Һаҡмардауалай БЫЛ 25 ТАМСЫ ЯРҘАМҒА КИЛЕР! Баш ҡайһы саҡта тамырҙар ҡыҫылыуынан ауырта. Әгәр был һеҙҙең осраҡҡа тап килһә, рецептты яҙып алырға ашығығыҙ!


100 мл эвкалипт төнәтмәһе
100 мл бесәй үләне (валериана) төнәтмәһе
100 мл арыҫлан ҡойроғо (пустырник) төнәтмәһе
100 мл энәлек (боярышник) төнәтмәһе
50 мл дөрдөр сәскәһе (пион) төнәтмәһе
50 мл бөтнөк (мяты перечной) төнәтмәһе
10 ҡәнәфер
1 аш ҡалағы бал
1 пакетик имбир (10 гр)

Быларҙың барыһын да литрлыҡ шешәгә ҡойоп, 25 көн төнәтәң. Мәле-мәле менән һелкетеп торор кәрәк. Унан һөҙөп алабыҙ ҙа, дозаторлы шешәгә ҡоябыҙ.

Көнөнә 2 тапҡыр, иртәле-кисле 25 тамсы эсегеҙ.

Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: