Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Ноябрь 2021, 17:45

Өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу тергеҙелә

"Мотлаҡ башлағыҙ. Беҙгә алға ҡарап йәшәргә кәрәк..."

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙы яңынан башлауға әҙерлек тураһында белдерҙе. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа коронавирус буйынса хәлдең тотороҡланыуына бәйле өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙы рөхсәт итеүҙе һораны.

«Мотлаҡ башлағыҙ. Беҙгә алға ҡарап йәшәргә кәрәк, беҙҙә үлем осраҡтары юғары кимәлдә ине һәм шуға күрә ғүмер оҙонлоғо күрһәткесе лә кәмей. Объектив күрһәткестәр буйынса әлеге ваҡытта коронавирус менән сирләүселәр артмай, ковидтан үлем осраҡтары аҙайҙы», — тине республика етәксеһе һәм диспансерлаштырыуҙы башларға ҡушты.

Бөгөн республикала йоғошло сирҙәр койкаларының һаны ике меңгә кәмегән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 5739 койка-урын әҙерләнгән, шуларҙың 27 проценты буш.

Пандемия башланғандан алып республикала 96 мең коронавирус йоҡтороу осрағы теркәлгән, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 681 осраҡ. Бөгөн 7224 кеше – өйөндә, 818 сирле станционарҙа дауалана (шуларҙың яртыһынан ашыуы 60 йәштән ололар).

15 ноябргә ҡарата Башҡортостанда 1 миллион 812 мең кеше прививканың беренсе компонентын яһатҡан, ә 1 миллион 513 мең кеше ике компонетты ла эшләткән.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: