Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Ноябрь 2021, 16:00

Ирендәрең ярыламы?

Ирендәрҙең ярылыуы менән бер рәттән, иғтибарһыҙлыҡ көсәйеп, сәс тә ҡойола икән, был – организмда...

Организм эстәге проблема хаҡында төрлөсә иҫкәртә. Уларға ҡолаҡ һалыу мотлаҡ. Мәҫәлән, ирендәрҙең ярылыуы менән бер рәттән, иғтибарһыҙлыҡ көсәйеп, сәс тә ҡойола икән, был – организмда В2 витаминының (рибофлавин) етмәүе хаҡында иҫкәртеүсе етди сигнал. Туҡланыу рационын һөт аҙыҡтары, йомортҡа, арахис, персик, соя, груша, помидор һәм сәскәле кәбеҫтә кеүек ризыҡтар менән байытҡанда, был дисбаланс тиҙ үк көйләнер.

Фото интернеттан.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: