Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ноябрь 2021, 16:58

Кер һабынының файҙаһын беләһегеҙме?

Кер һабыны дезинфиция сараһы кеүек тә ҡулланыла. Расческа, мочалка, теш щеткаларын төнгөлөккә һабынлап, иртәнсәк уларҙы йыуып алырға кәрәк. Битегеҙҙә төрлө һытҡылар сыҡһа ла ярҙам итәсәк. Бының өсөн кер һабыны менән эре тоҙ алып (бер күләмдә) ныҡ ҡына итеп күпергәнсе болғатығыҙ һәм битегеҙгә һөртөп, ярты сәғәткә ҡалдырығыҙ. Һуңынан эҫе, аҙаҡ һалҡын һыу менән йыуынығыҙ. Ғәҙәттә, эффект шунда уҡ күренә. Ләкин процедураны ике аҙна дауамында көнөнә 2-3 тапҡыр эшләргә кәрәк.

Кер һабынының файҙаһын беләһегеҙме? Уны хужалыҡта ғына түгел, кеше һаулығына өсөн дә киң ҡулланалар.

Берәй ерегеҙҙе ҡырҡып йә эләктереп ебәрһәгеҙ – кер һабыны һөртөгөҙ.

Һуғылған йә төкөлгән ер булһа, “синяк” сыҡмаһын өсөн – кер һабыны ярҙамға килер.

Киҙеүгә ҡаршы ла уны киң файҙаланалар. Тымау йәки грипп башланып торһа танауығыҙҙың эс яғына кер һабыны һөртөгөҙ.

Уны хирургтар ҙа киң ҡуллана. Бирсәткә булмаған осраҡта ҡулдарына һөртөп, киптерәләр.

Эренле яра барлыҡҡа килгән осраҡта тигеҙ өлөштәрҙә кер һабынын һәм һуғанды ҡырғыста үткәреп, уларҙы яҡшы итеп болғатығыҙ һәм төнгөлөккә яра урынына һөртөп, бәйләп ятығыҙ. Иртәнсәк яра урыны таҙарасаҡ.

Аяҡта бәшмәк ауырыуы булһа, иртәле кисле кер һабыны менән йыуығыҙ – ярҙам итәсәк.

Ҡырынырға кәрәк булһа ҡыйбатлы крем, гелдәрҙе лә кер һабыны алмаштырасаҡ.

Кер һабыны дезинфиция сараһы кеүек тә ҡулланыла. Расческа, мочалка, теш щеткаларын төнгөлөккә һабынлап, иртәнсәк уларҙы йыуып алырға кәрәк.

Айға бер-ике тапҡыр сәсегеҙҙе кер һабыны менән йыуып алһағыҙ. Улар ҡойолоуҙан туҡтап, ҡауыҡтар бөтөп ҡаласаҡ.

Битегеҙҙә төрлө һытҡылар сыҡһа ла ярҙам итәсәк. Бының өсөн кер һабыны менән эре тоҙ алып (бер күләмдә) ныҡ ҡына итеп күпергәнсе болғатығыҙ һәм битегеҙгә һөртөп, ярты сәғәткә ҡалдырығыҙ. Һуңынан эҫе, аҙаҡ һалҡын һыу менән йыуынығыҙ. Ғәҙәттә, эффект шунда уҡ күренә. Ләкин процедураны ике аҙна дауамында көнөнә 2-3 тапҡыр эшләргә кәрәк.

Тән тиреһе йәш күренһен өсөн аҙнаһына ике тапҡыр булһа ла кер һабыны менән йыуынырға кәңәш итәләр.

Табанығыҙ ярылып торһа бер нисә көн дауамында аяҡтарығыҙҙы шундай ваннаға тығығыҙ: 2 литр һыуға 1 сәй ҡалағы аш содаһы, 1 аш ҡалағы ҡырғыстан үткәрелгән кер һабыны.

Тәнегеҙҙә һөйәлдәр булһа 72 процентлы кер һабынын төнгөлөккә һөртөп ятығыҙ. Иртәнсәк йыуынып алырға. 3-4 көн шулай эшләргә. Әгәр ҙә һөйәлдәр ҡыҙарып, ҡысыта башлаһа – туҡтатығыҙ. Тағы ла бер нисә көндән ҡыҙарған урын менән һөйәлдәр ҙә бөтәсәк.

Шешкән урынығыҙ булһа ла кер һабынын һыуҙа ебетеп ебәреп кенә һөртөнөп алығыҙ – ярҙам итәсәк.

Сығанаҡ: “ЗОЖ” журналынан.

Фото интернеттан.

 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: