Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Ноября 2021, 04:30

Прививка яһатмаусыларҙың эшкә индерелмәүе ихтимал

Прививка – коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер ысулы.

Коронавирус буйынса оператив штаб ултырышында республика Башлығы Радий Хәбиров сикләү сараларын көсәйтеү хаҡында һөйләне. Ул киләһе ултырышҡа прививка эшләткән хеҙмәткәрҙәренең һаны тураһында отчет биреү өсөн сәнәғәт һәм төҙөлөш компанияларының етәкселәрен саҡырырға ҡушты.

  • Прививка – коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер ысулы. Роспотребнадзорҙың ҡарарына ярашлы, эш биреүселәр 18 декабрҙән һуң прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе (вакцинациялауға медицина ҡаршылығы булмаһа) эшкә индермәү хоҡуғын аласаҡ, - тип белдерҙе Р.Хәбиров.

Ултырышта быға тиклем индерелгән сикләүҙәрҙе үҙ көсөндә ҡалдырырға, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү буйынса контролде көсәйтергә ҡарар ителде. Шулай уҡ 1 декабрҙән республикала яңы сикләүҙәр индерелеүе тураһында иҫкәрттеләр. 1 декабрҙән шифаханаларға, профилакторийҙарға, пансионаттар һәм ял йорттарына коронавирустан вакцина яһатыу тураһындағы сертификаты булғандар ғына урынлаша аласаҡ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас