Һаҡмар
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Ноября 2021, 05:00

Биш районда вакцинациялау кимәле 90 процентҡа етте

Был хаҡта коронавирус инфекцияһына ҡаршы республика оператив штабының ултырышында белдерҙеләр.

Башҡортостандың биш районында – Бүздәк, Өфө, Саҡмағош, Шишмә, Әлшәй райондарында вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 90 проценты прививка яһатҡан. Республикабыҙ вакцинациялау буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 13-сө урынды биләй. Был хаҡта коронавирус инфекцияһына ҡаршы республика оператив штабының ултырышында белдерҙеләр.

БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостанда 1,6 миллиондан ашыу кеше прививка яһатҡан. Был вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 68,3 процентын тәшкил итә. Прививканың икенсе компонентын 1,3 миллион кеше алған (54,7 процент).

“Ял көндәрендә вакцинациялау темпе бер аҙ кәмене. Бишбүләк, Баҡалы, Туймазы, Федоровка һәм Йылайыр райондарында халыҡ күпләп ауырый. Тап ошо райондарҙа вакцинациялау темпы ла түбән. Шул уҡ ваҡытта беҙ үткән аҙнала инфекция госпиталдәрендә 1 мең койка-урынды ҡыҫҡарттыҡ. Был республикала индерелгән сикләүҙәр һөҙөмтә биреүен күрһәтә”, - тип һөйләне М.Забелин.

Фото: https://yandex.ru/

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас