Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Октября 2021, 16:07

Дәрсен менән бал мөғжизә тыуҙыра

Йөрәк ауырыуы, хәл бөтөүҙән, артрит, цистит, хатта сәс ҡойолоуҙан ярҙамға килә. Барлыҡ рецептар сайтта.

 

✅ ЙӨРӘК АУЫРЫУЫНАН

Көн дә иртәнсәк дәрсен менән балдан эшләнгән пастаны икмәккә һөртөп ашағыҙ. Был холестерин күләмен кәметә һәм ошо рәүешле инфарктан һаҡлай.

✅ ХӘЛҺЕҘЛЕК ҺӘМ ТИҘ ГЕНӘ АРЫП БАРҒАН САҠТА  көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға һәм төштән һуң (15.00 сәғәттән һуң) 1/2 аш ҡалағы балды дәрсен менән бергә бер стакан һыуҙа иҙеп эсергә кәңәш ителә. Хәл инеп ҡаоыр, йәшәгеләр килеп китер.

✅ АРТРИТ
Көн һайын иртәле-кисле 1 сынаяҡ йылы һыуға 2 балғалаҡ бал һәм 1/2 балғалаҡ дәрсен иҙеп эсергә кәңәш ителә. Көн дә ошолай иткәндә хатта хроник артриттан да ҡотолоп булыр.

✅ Цистит
2 аш ҡалағы дәрсен һәм 1 балғалаҡ балды йылымыс һыуҙа иҙеп эсергә кәрәк була. Был һейҙек ҡыуығындағы инфекцияларҙы юҡ итер. 

✅  СӘС ҠОЙОЛОУҘАН
Бының өсөн сәс тамырына йылытылған зәйтүн майына 1 аш ҡалағы бал менән 1 балғалаҡ дәрсен һалып эшләнгән пастаны һөртөп, 15 минут тотор кәрәк. Унан сәсте йылыраҡ һыу менән йыуығыҙ. Әйткәндәй, был масканы 5 минту башта тотһаң да, һөҙөмтәһен күреп һөйөнөрһең!

Һау-сәләмәт булығыҙ! Тормоштан ҡәнәғәт булып йәшәгеҙ. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас