Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Октябрь 2021, 22:25

Тағы ла ике инфекция госпитале төҙөләсәк

Коронавирус үткәс, был дауаханалар күп профилле дауалау учреждениеһы булараҡ эшләй аласаҡ. Беҙгә уларҙы тиҙ арала төҙөргә кәрәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн республикала ҡыҫҡаҡ ваҡыт эсендә тағы ла ике инфекция госпитале төҙөргә ҡарар ителде, тип белдерҙе. Уларҙың береһе – Сибайҙа, икенсеһе Туймазыла төҙөләсәк.

“Коронавирус инфекцияһын һөҙөмтәле дауалау һәм шул уҡ ваҡытта икенсе сирҙәрҙе дауалауҙы кәметмәү өсөн тағы ла ике ковид госпитален төҙөү кәрәклеген аңланыҡ. Коронавирус үткәс, был дауаханалар күп профилле дауалау учреждениеһы булараҡ эшләй аласаҡ. Беҙгә уларҙы тиҙ арала төҙөргә кәрәк”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республиканың премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, Сибайҙа дауахана төҙөү өсөн урын билдәләнгән дә инде. Республика Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына буласаҡ госпиталдәр өсөн персонал әҙерләргә ҡушты.

Дауаханалар 350 урынға иҫәпләнгән. Кәрәк булһа, тағы ла өҫтәмә 260 урын булдырыу мөмкин буласаҡ.

Бөгөн республикала ике ҙур инфекция үҙәге эшләй. Улар Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан. Был объекттар ҙа тиҙ арала ҡалҡып сыҡты.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: