Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Октябрь 2021, 09:27

Баш ауырта, танау тона, тамаҡ ҡымырйый...

Танышмы? Был һыуыҡ тейеүҙең тәүге симптомдары. Әйҙәгеҙ, тиҙ аралар үҙебеҙгә ярҙам итәйек. 

Бал менән лимон 

Тын алыуға бәйле проблеманы хәл итеү өсөн, ысынлап та, тәү сиратта ярҙамға лимон менән бал килер.

1 аш ҡалағы балға 2 аш ҡалағы лимон һутын ҡушып болғатабыҙ ҙа, көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсәбеҙ.

Имбиp

Имбир -- ҡаҡрыҡты сығарыусы, антибактериаль һәм вирусҡа ҡаршы көслө продукт. Бының өсөн 2 cтакан һыуға 1 балғалаҡ борос, 6-7 киҫәк имбиp, 1 балғалаҡ бал талап ителә. Һыуҙы эҫетәбеҙ ҙә эсенә борос менән имбирҙе төшөрәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, ҡапҡасын ябып, 1-2 минут көтәбеҙ. Уттан алып, ҡатнашманы һыуытабыҙ. Йылымыс хәлгә килгәс, бал һалып болғатабыҙ. Көн һайын 2-3 сынаяҡ эсергә кәңәш ителә. 

Ҡурсаҡма (куркума) составында булған куркумин бик көслө антибактериаль һәм антисептик үҙенсәлеккә эйә. 1 cтакан йылы һыуға 1 балғалаҡ куркуманы һалып болғатабыҙ ҙа, был ҡатнашма менән көнөнә бер нисә тапҡыр тамаҡты бер нисә минут дауамында сайҡатабыҙ. Ябай ғына был ысул реcпиратор инфекцияны дауаларға ярҙам итер.

Парлы ингаляция

4-5 cтакан ҡайнар һыуға 1/2 балғалаҡ тимьян, 1/2 балғалаҡ кипкән розмаринды һалып болғатабыҙ. Был эҫе пар менән бер-нися минут тын алығыҙ. Һаҡ булығыҙ! Тамағығыҙҙы яндырып ҡуймағыҙ! 

Һау-сәләмәт булғыҙ! Һаулыҡ -- һеҙгә юлдаш булһын! 

Тәҡдим ителгән рецептарҙы ҡулланыра алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: