Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Октября 2021, 18:25

Сыңғыҙхан рецепты менән организмды таҙартыу

Был таҙартыу процедураһынан һуң тире һиҙелерлек яҡшыра, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы шлактарҙан таҙара, иммунитет нығына. Процедураны эшләү өсөн яҙ һәм көҙ иң уңайлы ваҡыт, тип иҫәпләнә.

Һарымһаҡтың һаулыҡ өсөн файҙаһы тураһында Сыңғыҙхан ваҡытында уҡ белгәндәр. Сыңғыҙхан яугирҙәре менән һәр саҡ тигәндәй юлда булғас, аш-һыуҙы яҡшылап бешереү, ялан шарттарында шәхси гигиенаны күҙәтеү тураһында һүҙ ҙә булмаған. Шуға күрә яугирҙәр йыш ауырыған. Ул ваҡытта кеше сирләп китһә, организмды таҙартыу кәрәк, был уға көс бирә һәм кеше һауыға, тип уйлағандар. Ә һарымһаҡ организмдағы төрлө паразиттарҙы юҡ итеү өсөн берҙән-бер билдәле сара булған. Хан үҙе һәм яугирҙәре бер стакан әсегән һөткә йәки ҡымыҙға шул уҡ күләмдәге туралған һарымһаҡты ҡушып эскән. Был - Сыңғыҙхан рецептының иң тәүге варианты.

Һарымһаҡтың составында аллицин эфир майы бар. Тап ошо компонент уға үҙенсәлекле еҫ һәм тәм бирә. Аллицин кеше организмын төрлө бактерияларҙан, вирустарҙан, паразиттарҙан һаҡлай. Һарымһаҡты ваҡлап турағанда йәки бер нисә өлөшкә бүлгәндә генә унан эфир майы бүленә. Термик эшкәртеү ваҡытында уның шифалы үҙенсәлеге юғала, шуға күрә дауалау өсөн ул тик сей килеш файҙаланыла.

Бөгөн Сыңғыҙхан рецепты буйынса организмды яйлап таҙартыу ысулын ҡулланалар. Ул бер ай дауам итә. Һәр кис һайын бер алма йәки әҙерәк тоҙло кәбеҫтә ашарға. Артабан бер баш һарымһаҡты турап, уны ҡалаҡ менән ауыҙға һалырға һәм слива йәки томат һуты менән эсергә. Ваҡланған һарымһаҡты сәйнәргә ярамай.

Был ысул эсәктәр микрофлораһындағы төрлө микробтарҙы юҡ итә. Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә зыян килтереүе лә ихтимал. Шуға күрә организмды таҙартҡандан һуң бер ай дауамында бифидобактериялар булған әсетелгән һөт продукттарын ашарға кәрәк. Шулай уҡ дарыухананан пребиотиктар алып эсергә мөмкин.

Был таҙартыу процедураһынан һуң тире һиҙелерлек яҡшыра, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы шлактарҙан таҙара, иммунитет нығына. Процедураны эшләү өсөн яҙ һәм көҙ иң уңайлы ваҡыт, тип иҫәпләнә.

Һарымһаҡ менән организмды таҙартыу ауырлы һәм бәпәй имеҙгән  ҡатындарға, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланған, гепатит, панкреатит, эпилепсия, холецистит, бөйөрҙәрендә проблема булған,  йөрәк сирле кешеләргә ярамай. Бындай ауырыуҙары булған кешеләргә таҙартыу ысулын ҡулланыу түгел, хатта һарымһаҡты ризыҡҡа ҡушырға ла ярамай.

Кире эҙемтәләргә килтереүе бар. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас