Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Октябрь , 13:40

Яман шеш үлемде аңлатмай

Был ауыр сирҙе еңеп, оҙаҡ йылдар йәшәгән кешеләр ҙә бар, әлбиттә. Мәҫәлән, бер ҡатын 1965 йылда операция яһатҡайны...

Яман шеш үлемде аңлатмай

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән йыл һайын октябрь айы күкрәк яман шешенә ҡаршы көрәш айлығы тип билдәләнә. Уның символы ла бар – алһыу төҫтәге таҫма. Нәҡ ошо таҫманың төҫө айлыҡҡа исем биргән – “Алһыу октябрь”. Ә 15 октябрь Бөтә донъя күкрәк яман шешенә ҡаршы көрәш көнө тип иғлан ителгән. Был ҡатын-ҡыҙҙарҙың ошо сиргә ҡарата иғтибарын арттырыу, уны иртә стадияла билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Күкрәк яман шеше, уға ҡаршы көрәшеү юлдары хаҡында үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһының врач-онкологы Ф.Ә. Кәлимов менән әңгәмәләштек.

  • Фәнил Әлим улы, бөгөн нисә кеше яман шеш сире менән һеҙҙә иҫәптә тора?

  • Бөгөн район-ҡаланан 610 кеше онколог күҙәтеүенә алынған.

  • Күкрәк яман шеше ҡатын-ҡыҙҙар араһында таралған онкологик сирҙәр араһында тәүге урында килә. Был беҙҙең районда ла шулаймы?

  • Эйе, әлеге мәлдә беҙҙә 114 ҡатын-ҡыҙ күкрәк яман шеше менән иҫәптә тора. Статистикаға ярашлы, һәр һигеҙенсе ҡатын-ҡыҙҙың ошо сиргә дусар булыу ихтималлығы бар. Был диагноз бик һирәк булһа ла, ир-егеттәрҙә лә осрай. Әммә шуныһы бар — яман шештең был төрө бик киң таралған булһа ла, иртә стадияла асыҡлаған осраҡта, уны тулыһынса дауаларға мөмкин.

  • Ә уны иртә стадияла асыҡлау өсөн нимә эшләргә?

  • Бына был ябай ғына тикшеренеүҙе һәр ҡатын-ҡыҙ өйөндә лә башҡара ала: көҙгө алдына баҫығыҙ һәм түштәрегеҙҙе иғтибар менән ҡарағыҙ, ҡулдарығыҙҙы өҫкә күтәреп, тағы ҡарап сығығыҙ. Һулаҡай ҡулығыҙ менән –уң, уң ҡулығыҙ менән һул түшегеҙҙе тотоп, баҫып ҡарағыҙ. Быны айына бер тапҡыр күрем циклынан һуң башҡарығыҙ. Күкрәгегеҙ тығыҙланып, шешеп торһа, шеш йәки төйөр барлыҡҡа килеүе һиҙелһә, күкрәк осонан шыйыҡса (уның ҡанлы булыуы ла ихтимал) бүленеүен асыҡлаһағыҙ, тиҙ арала табипҡа күренергә кәрәк.

  • Тағы ла нимәләргә иғтибар итергә?

  • Күкрәк тиреһе тимгелләнеп, ниндәйҙер таптар барлыҡҡа килһә лә, һағайыу кәрәк. Шештең күкрәк биҙҙәрендә булмауы ла ихтимал. Шуға күрә ҡултыҡ аҫты биҙҙәрен дә ҡапшап, тикшереп тороғоҙ. Был зоналарҙағы ауыртыныу ҙа иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалмаһын. Шулай уҡ тиренең торошон күҙәтеп тороғоҙ, ул сәбәпһеҙгә йыйырсыҡланмай йәки батынҡы урындар барлыҡҡа килмәй.

  • Дауаханала ниндәй тикшеренеүҙәр үткәрелә?

  • Маммография, УЗИ тикшереүе. Сирҙе тулыһынса асыҡлау өсөн бер нисә төр тикшереү үткәрелә.

  • Ҡайһы берәүҙәр яман шеш диагнозын үлем ҡарары тип һанай. Был ысынлап та шулаймы?

  • Яман шеш ауырыуҙарына көрәш юлы еңелдән түгел, әлбиттә. Ә шулай ҙа ваҡытында асыҡланған һәм тейешле процедураларҙы алғандан һуң, кеше артабан йәшәй ала. Шуныһы ҡыуаныслы, медицина бер урында тормай, иртә стадияла асыҡланған сир бөгөн уңышлы дауалана. Сир асыҡланһа ла, төшөнкөлөккә бирелергә ярамай. Үҙеңдең уйҙарыңды, хис-тойғоларыңды ыңғай һәм дөрөҫ йүнәлешкә бороу бик мөһим. Ауырыуҙың ғаилә ағзалары, яҡындары ла уға һәр саҡ терәк булһын, мәкерле сирҙе еңеүгә ышаныс белдерһен. Яман сиргә тарыған кешегә был бик кәрәк.

  • Һеҙҙең практикала күкрәк яман сирен еңеп, ҡартайғансы йәшәгән пациенттар бармы?

  • Бар, әлбиттә. Мәҫәлән, бер ҡатын 1965 йылда операция эшләтте. Операциянан һуң ул тағы ла 51 йыл йәшәп, ҡартайып вафат булды.

  • Сирҙе ваҡытында асыҡлау өсөн диспансеризация ярҙам итәме?

  • Диспансеризация ошо маҡсатта эшләнә лә инде. Яман шеш ауырыуына килгәндә, ул ни тиклем бәләкәй булһа, уны юҡ итеүе лә еңелерәк. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереүгә етди иғтибар бирһен ине. Ҡайһы бер гүзәл заттар ниндәйҙер ауыртыныу кисерһә, түштәре һыҙлаһа ла, табипҡа мөрәжәғәт итмәй. Ваҡыт һуҙыла һәм хәл ҡатмаршала. Бындай хәл булмаһын өсөн 40 йәште уҙған ҡатындар йыл һайын маммография үтеп торорға тейеш. Бер нәмә борсомаһа ла, йылына бер тапҡыр маммологҡа күренегеҙ. Ғөмүмән, үҙегеҙҙе яратығыҙ, һаулығығыҙҙы иғтибар үҙәгендә тотоғоҙ.

  • Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Гәзит уҡыусыларыбыҙ кәңәштәрегеҙгә ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ.

Л. Күсәбаева әңгәмәләште.

Автор:Лилия Кусябаева