Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Октябрь , 11:25

Регина, афарин!

-

28 сентябрҙән 2 октябргә тиклем Силәбе ҡалаһында Ҡала көнөнә, физик культура һәм спорт буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәр Н.Н. Поповтың яҡты иҫтәлегенә ҡарата бокс буйынса турнир уҙҙы. Унда Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Регина Нурмөхәмәтова ла (тренеры – А.К. Евстигнеев) ҡатнашты. Көсөргәнешле ярышта Баймаҡ ҡыҙы ышаныслы еңеү яулай. Афарин, Регина! Тағы ла бейегерәк үрҙәр теләйбеҙ!

Фото: район хакимиәте сайтынан алынды.

Регина, афарин!
Автор:Лилия Такаева