+3 °С
Болотло
Республика буйынса иғлан ителгән "Һаулыҡ көнө" уңайы менән Кәрешкә ауылында ла күп саралар үтте. Уларҙа халыҡ ихлас ҡатнашты. Эпидемиологик хәлгә бәйле, һәр ойошма үҙ-ара үткәрҙе. ФАП хеҙмәткәре З.Я. Юлдашбаева уҡыусыларға һаулыҡ һаҡлау кәрәкле тураһында әңгәмә үткәрҙе, өлкән быуын вәкилдәренең өйҙәренә йөрөнө.
Мәктәптә уҡыусылар өсөн көҙгө кросс, хәрәкәтле уйындар, викторина, конкурстар үткәрелде. Саф һауала үткән сара барыһының да күңеленә хуш килде!