Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Сентябрь , 17:00

40 йәше үткән ҡатын-ҡыҙҙарға...

МОТЛАҠ КАКАО ЭСЕРГӘ КӘҢӘШ ИТӘЛӘР. НИ ӨСӨН?

40 йәше үткән ҡатын-ҡыҙҙарға мотлаҡ какао эсергә

Әгәр ҙә һеҙ быға тиклем какао эсмәһәгеҙ, ҙур хата эшләйһегеҙ. Какао вирус һәм инфекцияларҙан һаҡлап ҡына ҡалмай, ә энергия ла өҫтәй. Сөнки унда РР витамины бар. Ул ҡанды таҙарта, холестеринды сығарта. Был иһә 40 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик мөһим. Май һәм аҡһымды тейешле энергияға әйләндерә. Какаола булған кокохил һырҙарҙы бөтөрөргә булышлыҡ итә. Эпикатехин – организм өсөн бик тә хәүефле булған инфаркт, инсульт, рак, диабет кеүек ауырыуҙарҙан һаҡлай. Тимер иһә гемоглабинды тейешле кимәлдә тоторға булышлыҡ итә. Тимәк, анемия ҡурҡынысы янамай. Меланин – һеҙҙең тирене ультрафиолет нурҙарынан һаҡлай.

Әйткәндәй, какао эсеп, артыҡ калорий туплауҙан ҡурҡмағыҙ. Ләкин уны көндөң беренсе яртыһында эсергә тырышығыҙ.

40 йәше үткән ҡатын-ҡыҙҙарға...
Автор:Лилия Такаева