Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Август 2021, 15:47

Мин ни өсөн вакцина яһаттым?

Ришат Ишембәтов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: -Коронавирус пандемияһы йәшәйешебеҙгә яңыса ҡарарға, һаулыҡ, тормош ҡиммәттәре тураһында уйланырға мәжбүр итте. Был ҡурҡыныс сир беҙҙең илдә ныҡлап тарала башлағас һәм һәр кемебеҙҙән унан һаҡланыу саралары талап ителгәс, мин тейешле талаптарҙы теүәл үтәп барҙым. Һәм быйыл районда иң тәүгеләрҙән булып вакцина яһаттым. Атап әйткәндә, тәүге компонентын 18 февралдә, икенсеһен иһә 10 мартта эшләттем. Ҡатыным да яһатты. Бер ниндәй ҙә кире эҙемтәһе тойолманы.

Мин ни өсөн вакцина яһаттым?
Мин ни өсөн вакцина яһаттым?

 

Әйтергә кәрәк, прививка эшләтеүҙе ниндәйҙер кимәлдә үҙемдең бурысым итеп тә тойҙом. Сөнки беҙ үҙебеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың һаулығы хаҡында даими хәстәрлек күрергә бурыслыбыҙ һәм коронавирусҡа ҡарата айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Белеүебеҙсә, былтырҙан алып республикабыҙҙа, районыбыҙҙа ошо ҡәһәрле сирҙән билдәле шәхестәр генә түгел, яҡын кешеләребеҙ ҙә, яҡташтарыбыҙ ҙа һәләк булды һәм был беҙҙе һиҫкәндерергә, уйландырырға тейеш. Айырыуса өлкән быуын кешеләре өсөн был ауырыу бигерәк ҡурҡыныслы һәм һәр кем тейешле һығымта яһар, тип уйлайым.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, барлыҡ ҡала һәм район халҡын КОВИД-ҡа ҡаршы вакцина эшләтергә саҡырам. Тик шул саҡта ғына беҙ үҙебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ. Тик вакцина ярҙамында ғына беҙ был ҡәһәрле сирҙән ҡотолоу юлын табасаҡбыҙ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле, күмәкләп прививка эшләтеп кенә еңп сығайыҡ был афәтте!

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: