Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Июль 2021, 20:45

КҮҢЕЛДЕ ӘРНЕТКӘН ФАЖИҒӘ

Ваҡыт барыһына ла дауа. Беҙ ҙә әкренләп фажиғәле үлем тураһында онота башланыҡ. Тик бына мәрхүмәнең кейемдәрен алған ҡыҙыбыҙ ғына йыш ауырый башланы. Төндәрен йоҡлай алмай һаташып сыға, ябығып, йонсоп китте...

Кеше әйберен кейергә ярамай, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә өлкәндәрҙән. Тик кем быға иғтибар бирә? Айырыуса йәш саҡта. Студент йылдарында бер-береңдең әйберен кейеү ул ғәҙәти хәл була торғайны.

Шулай, беҙ ҙә 4 ҡыҙ бер бүлмәлә йәшәнек. Күңелле йәшлек йылдары. Төшкә тиклем лекцияларҙы анан-бынан тыңлап ултыраһың да, төштән һуң баш ҡала буйлап гиҙәһең, ятаҡ тормошо менән ҡайнайһың, ғашиҡ булаһың... Һиҙелмәй ике йыл үтеп тә китте. Ҡышҡы каникулдан һуң бер ҡыҙыбыҙ уҡырға килмәне. Тәүҙә һуңлабыраҡ киләлер, тип уйланыҡ. Тик тиҙҙән уның фажиғәле рәүештә һәләк булғанын ишетеп ҡалдыҡ. Аптырауыбыҙҙың, ҡурҡыуыбыҙҙың сиге булманы. Нисек инде улай?! Әле генә бергәләшеп, бер ғаилә булып тигәндәй йәшәй инек бит. Тиҙҙән уның ата-әсәһе бүлмәгә килде. Ҡайғынан ҡара янған әсә кеше ҡыҙының әйберҙәрен тотоп иланы ла иланы. Унан беҙгә: “Мин ҡыҙымдың бар әйберҙәрен алмайым. Бына кейемдәрен һеҙгә ҡалдырам. Уның төҫө итеп кейегеҙ”,-тине. Әйткәндәй, һәләк булған әхирәтебеҙҙең кейем-һалымы бик матур, модалы һәм күп ине. Уның ата-әсәһе ҡайтып киткәс, беҙ карауатта өйөлөп ятҡан кейемдәрҙе ҡарай башланыҡ. Тик мине уларҙы алыуҙан ниҙер этәрҙе, күңелем тартманы, тиҙәр халыҡ телендә. Ә бер әхирәтебеҙ – бошмаҫ йәнле һикрәндәк ҡыҙыҡай шунда уҡ кейемдең һәр береһен кейеп ҡарай башланы. Әкренләп мәрхүмә булған ҡыҙҙың бар әйберҙәре уның сумаҙандарына күсеп бөттө.

Ваҡыт барыһына ла дауа. Беҙ ҙә әкренләп фажиғәле үлем тураһында онота башланыҡ. Тик бына мәрхүмәнең кейемдәрен алған ҡыҙыбыҙ ғына йыш ауырый башланы. Төндәрен йоҡлай алмай һаташып сыға, ябығып, йонсоп китте. Бер көн уның әсе тауыш менән ҡысҡырғанына уянып киттек. Ул ҡалтырай, илай, тыныслана алмай. Әҙ генә тынысланғас, ул барыһын да һөйләп бирҙе. Баҡһаң, ул һәләк булған әхирәтебеҙҙе нисек ыҙалатып үлтергәндәрен тоя икән. Күҙен йомоп, әҙ генә йоҡлап китеүе була, бар шул мәхшәрҙе үҙенең тәнендә тоя. Һәм һәләк булған әхирәтебеҙ: “Ярҙам ит миңә, ярҙам ит!”-тип уның төштәренән китмәй икән.

Бер килке аптырап ултырғас, әхирәтебеҙгә кейемдәрҙән ҡотолорға кәңәш иттек. Сөнки һәләк булған ҡыҙ тик уның төшөнә инә, мәхшәрҙе ул ғына күрә. Беҙ быны уның кейемдәрен кейеп йөрөү менән бәйләнек. Әхирәтебеҙ ныҡ ҡына уйланды. Унан кейемдәрҙе таратып бөттө. Тик матур ғына тунды кемгәлер бирергә йәлләне. Беҙ күпме өгөтләһәк тә, унан ҡотолоуҙан баш тартты. Һөҙөмтәлә, ана шул туны өсөн үҙен ҡышҡы төндә саҡ үлтереп китмәнеләр. Дөрөҫөрәге, артынан килеп, башына һуғып, тунын систереп алғандар. Әхирәтебеҙ ике айҙан ашыу дауаханала ятып, уҡыуын тамамлай алмай, ауылына ҡайтып китте.

Һәр кешенең үҙ энергияһы. Был көс ул тотонған әйберҙәргә лә, кейеменә лә, йортона ла – барлыҡ ергә һеңә. Кешеләрҙең энергияһы бер-береһенеке менән тап килмәүе, хатта “һуғышыуы” ла ихтимал. Шуға күрә беҙ боронғо ҡарашлы тип һанаған өләсәйҙәр ҙә быны белеп, аңлап йәшәгәндер.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: