Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Июль 2021, 18:55

"БАШҠА ЮҒАЛТЫУҘАР КИСЕРМӘЙЕК!"

Көн-төн ауырыуҙар янында булған ҡыҙыбыҙҙы видеоэлемтә аша ҡарап, бик йәлләй инек. Сөнки тәүлек әйләнәһенә махсус кейемдә, битлектә йөрөп, күҙ тирәләре оҙаҡ уңалмаҫ күк шеш менән ҡапланған ине. Һәм беҙҙе ҡурҡытып ҡыҙыбыҙ тағы ла ковид йоҡторҙо...

Мин ни өсөн вакцина яһаттым?

Ғаиләм миҫалында әйтә алам...”

Коронавирус... Бер нисә йыл элек беҙ был ауырыу хаҡында ишетеп тә белмәй инек. Ҡыҫҡа ваҡыт арауығында ул бар ер йөҙөн ялмап алды. Әле бер аҙ баҫылған кеүек ине лә, юҡ, тажлы үләт яңынан ҡотора башланы, үлем осраҡтары ла күбәйә генә бара. Күптәр был ауырыуҙы туҡтатыу юлын “коллектив иммунитет” булдырыуҙа йәғни вакцинациялауҙа күрә. Шул уҡ ваҡытта прививкаға ҡырҡа ҡаршы булғандар ҙа бар. Улары вакцина тураһында ҡот осмалы хәбәр таратып, халыҡты ҡурҡыта. Ә прививка яһатҡан беҙҙең билдәле яҡташтарыбыҙ ни әйтер?

Рөстәм Рафаэль улы Сәйетов, Баймаҡ муниципаль районы Советы секретары:

- Әлеге ваҡытҡа мин вакцинаның ике компонентын да яһатҡанмын. Миңә “Спутник V” (Гам-Ковид-Вак) вакцинаһын эшләнеләр. Был аҙымға төплө уйлап барҙым. Сөнки йылдар үтә бара кеше йәшәрмәй, организм да төрлө сирҙәргә тиҙ генә бирешә башлай. Хроник ауырыуҙар ҙа беҙҙе бер ҡайҙа ла ташлап китмәй. Шуға күрә табиптарға күренеп, вакцинаны мотлаҡ эшләтергә кәрәк тигән фекерҙәмен. Беренсе компонент һиҙелмәй үтһә лә, икенсеһенән һуң бер көн хәл булманы. Беҙ бар ғаилә менән вакцина яһаттыҡ. Ҡатыным икенсе компоненттан һуң ауырыһа ла, хәҙер барыһы ла яҡшы. Һәр кешенең организмы үҙенсәлекле, шуға күрә вакцинаға ла үҙенсә яуап бирә. Табиптар ҙа был хәлде организмдың ауырыу менән көрәшеүен, тәндә коронавирусҡа ҡаршы антиматдәләр барлыҡҡа килеүе менән аңлатты.

Беҙҙең ғаиләгә коронавирустың кешегә нисек тәьҫир итеүен сит миҫалдар менән аңлатырға ла кәрәкмәй. Сөнки ҡыҙыбыҙ Надым ҡалаһында ковид госпиталендә табип булып эшләй. Тәүге мәлдә ул вакцина яһатып өлгөрмәгән ине һәм тажлы үләтте йоҡторҙо. Бик ныҡ ауырыны, беҙ уны юғалтырбыҙ тип ҡурҡтыҡ. Ҡыҙыбыҙ йүнәлде, ковид госпиталендә артабан эшен дауам итте. Табиптар рөхсәт биргәс тә, вакцина эшләтте. Көн-төн ауырыуҙар янында булған ҡыҙыбыҙҙы видеоэлемтә аша ҡарап, бик йәлләй инек. Сөнки тәүлек әйләнәһенә махсус кейемдә, битлектә йөрөп, күҙ тирәләре оҙаҡ уңалмаҫ күк шеш менән ҡапланған ине. Һәм беҙҙе ҡурҡытып ҡыҙыбыҙ тағы ла ковид йоҡторҙо. Шуныһы ҡыуаныслы, был юлы ул тажлы үләтте күпкә еңел кисерҙе һәм тиҙ йүнәлде. Был вакцинация эшләтеү һөҙөмтәһе бит. Шуға күрә ғаиләбеҙ өсөн ошо прививканы эшләтеү-эшләтмәү тигән һорау ҙа торманы.

Әлеге ваҡытта бөтә ерҙә лә, шул иҫәптән районда ла коронавирустың ҡапыл артып китеүен күрәбеҙ. Шуға күрә вакцина эшләтеүем миңә барыбер ышаныс бирә. Әлбиттә, ул 100 процент ауырыуҙан һаҡламай, әммә коронавирус йоҡҡан хәлдә лә вакцина эшләткәндәр сирҙе еңелерәк кисереүе, тиҙерәк йүнәлеүен ҡыҙымдың миҫаоында ла дәлилләй алам. Был беҙҙең Баймаҡ госпиталендә лә күҙәтелә. 4 июлдә генә асылған госпиталдә 43 ауырыу ята, ике кеше мәрхүм булды. Шуға күрә әлегә коронавирустан һаҡланыу юлы бер – вакцинация.

Тажлы үләткә ҡаршы прививка тураһында төрлө уйҙырмалар яҙған кешене ковид госпитален алып барып күрһәтке килә. Икешәр ҡат битлек, бирсәткә, махсус кейем кейгән, арыған, биттәре күгәреп, шешенеп бөткән табиптар, уларҙың күҙҙәренә өмөт менән ҡараған хәлһеҙ ҡараштар, ә ҡайһылыр палатала мәңгелеккә һүнеп барған күҙҙәр... Ауырыуҙарҙың барыһы ла тик бер нисә секунд булһа ғүмер бүләк итеү тураһында ялбара, “йүнәлеп алғас та, вакцина эшләтәм” тип ант биргәндәре күп. Ошонан һуң да вакцина яһатыу-яһатмау тураһында һүҙ булыуы мөмкинме һуң?

Район-ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп шуны әйткем килә: үҙегеҙҙе, балаларығыҙҙы, атай-әсәйҙәрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы бер үк һаҡлағыҙ! Вакцинанан ҡурҡмағыҙ! Дауаханаға барып тикшерелегеҙ һәм прививка яһатығыҙ. Әгәр ниндәйҙер медицина күрһәткесе буйынса һеҙгә вакцина ярамаһа, уны бер кем дә көсләп эшләмәйәсәк. Һау-сәләмәт булайыҡ, башҡа юғалтыуҙар кисермәйек!

Гүзәл Салихова әҙерләне.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: