Британ ғалимдары әйтеүенсә, йәшел сәй ярҙамында COVID-19 менән көрәшеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Ниндәй генә яңы дарыу препараттары уйлап сығарылмаһын, ул халыҡ медицинаһын артыҡ үтеп киткәне юҡ әле. Суреш Моханкумар исемле табип тап ошо юҫыҡта эҙләнеүҙәр алып бара ла инде. Уның әйтеүенсә, Суонси университеты белгестәре тәбиғи препараттарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, нейроселтәр ярҙамында короновирус ваҡытында файҙалы булғандарын айырып ала.
«Галлокатехин ― беҙҙең моделдәге иң әүҙем ҡушылма. Ә уны йәшел сәйҙә табырға була», — тип Моханкумар яҙып сыҡты.
Хәҙер инде ғалимдарға был фаразды һәр төрлө клиник һынауҙар аша өйрәнергә ҡала. Был эҙләнеүҙәрҙең COVID-19 менән барған көрәштә бик ҙур файҙа килтереренә профессор Эндрю Моррис та ышаныс белдерҙе.
Был туралағы мәғлүмәтте RSC Advances баҫтырып сығарған.
COVID-19 ауырыуы һыуыҡ тейҙереп ауырығандағы кеүек башланып китә. Шул уҡ ваҡытта ОРВИ ваҡытында тән һыныҡмай.
Йәшел сәй ― көслө антиоксидант булып тора. Ул организмды таҙарта.
Эксперттар әйтеүенсә, был юҫыҡтағы
эҙләнеүҙәр дауам итә.