– Остеопороз һөйәктә кальций кәмеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Инвалидлыҡҡа килтергән, үлем менән тамамланған сирҙәр араһында остеопороз, йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш һәм шәкәр диабетынан ҡала, дүртенсе урында тора.
Хәүеф төркөмөнә күремдән ҡалған 50 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ нескә һөйәкле, ырыуҙан иртә яҙған гүзәл заттар, яҡын туғандары остеопороздан интеккән, кальций һәм Д витамины етешмәгән, ҡояш нурын аҙ алған кешеләр инә. Йөрәк, тын юлдары сирҙәре, ревматизм менән сирләүселәр араһында ла был ауырыуға тарыусылар байтаҡ. Ул 45 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙың яртыһына янай, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.
– Бының сәбәбе нимәлә?
– Ҡатын-ҡыҙ организмында кальцийҙы һаҡлаусы гормондар кимәле олоғая килә кәмей. Йәш барыу менән репродуктив система өсөн яуаплы күкәйлектәр эшмәкәрлеге һүлпәнәйеүе арҡаһында гормондар үҙгәрә, һөйәк туҡымаһын барлыҡҡа килтереүсе матдәләр ҙә аҙая.
– Улай булғас, был сир йәштәргә янамай, тиергә була?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа остеопороздың «йәшәреүе» күҙәтелә. Ул балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә бик йыш осрай. Һөйәк туҡымаһы тыумыштан һалына, егерме биш йәштәрҙә уның иң тығыҙ сағы һанала. Ләкин берәүҙең һөйәге йәштән бик ныҡ булһа, икенселәр бының менән маҡтана алмай. Балаларҙың һөйәк системаһы яҡшы үҫешеүен бәләкәйҙән ҡайғыртырға кәрәк. Спорт менән даими шөғөлләнеү балағыҙ өсөн ҡағиҙәгә әйләнһен. Һәм, әлбиттә, төп иғтибарҙы дөрөҫ, сифатлы туҡланыуға йүнәлтеү мотлаҡ. Һөйәкте йәштән һаҡлау мөһим!
– Ауырыуҙы ниндәй билдәләр буйынса белергә мөмкин?
– Кәүҙәнең тәпәшәйеүе, ныҡ итеп сәс ҡойолоуы, тырнаҡтың тиҙ һыныуы һеҙҙе һағайтырға тейеш. Сир яңы башланғанда арҡа ауыртыуына, йыш ҡына елкәлә «дөйә үркәсе» барлыҡҡа килеүенә зарланалар. Шуға күрә уны йыш ҡына остеохондроз менән бутайҙар. Ләкин, ғәҙәттә, берәй ерен һындырмай тороп, кеше үҙендә остеопороз булыуын белмәй. Остеопороз ныҡлап үҫеш алғанда һис уйламағанда аяҡ, ҡул, умыртҡа, бот һөйәге һыныусан. «Йүгереп кенә йөрөгән ерҙән имгәндем дә ҡуйҙым», – тип аптырай ауырыуҙар. Остеопороз арҡаһында имгәнеүҙәр тормош сифатын ныҡ үҙгәртә. Мәҫәлән, кеше бот муйынтығын (шейка бедра) һындыра ҡалһа, байтаҡ ваҡыт түшәктә ятырға мәжбүр. Ундай ауырыуҙарҙың байтағына инвалидлыҡ бирелә.
– Сирҙе алдан асыҡлау юлдары хаҡында әйтеп үтһәгеҙ ине?
– Остеопорозды асыҡлауҙың иң аныҡ ысулы – денситометрия. Был ысул һөйәк тығыҙлығы кәмегән, ләкин әле һынырлыҡ хәлгә етмәгән мәлдә диагноз ҡуйырға ярҙам итә. Ваҡытында асыҡлап, һөйәк тығыҙлығы кәмеүен туҡтатырға мөмкин.
– Уҡыусыларыбыҙға остеопороздан һаҡланыу өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Һөйәкте нығытыу өсөн тәү сиратта яҡшы туҡланыу мөһим. Өҫтәлдә кальций һәм Д витаминына, аҡһымға бай ризыҡтар булырға тейеш. Һөт ризыҡтары, ҡаты сырҙар, майһыҙ эремсек, балыҡ, балыҡ майы, сельдерей, күрәгә, миндаль, шпинат бик файҙалы. Һөйәк ныҡлығы өсөн фосфор, магний, фтор, баҡыр, цинк кеүек минералдар кәрәк.
Физик күнекмәләргә ҙур иғтибар биреү зарур. Өлкән йәштәгеләргә, мәҫәлән, көнөнә 30-60 минут йәйәү йөрөү мотлаҡ.
Сыуаҡ көндәрҙә ҡояш нуры аҫтында йөрөргә тырышығыҙ. Ҡояш нуры Д витаминын һеңдерергә ярҙам итә, Д витамины иһә кальцийҙың яҡшы үҙләшеүенә йоғонто яһай. Остеопороз барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итеүсе сирҙәрҙе – эндокрин, иммун системаһы, ашҡаҙан-эсәк, бөйөр һәм башҡа ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалағыҙ. Тәмәкенең, алкоголдең һөйәк массаһын юғалтыуға килтереүен иҫтә тотоғоҙ. Сәләмәт тормош йәшәү рәүешенә әйләнһен – һөйәк ныҡлығын, ғөмүмән, һаулыҡты һаҡлауҙа ул ҙур әһәмиәткә эйә.