Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Июня 2021, 18:05

“21 көн мунса инмәҫкә, саунаға бармаҫҡа...”

Ул вакцинациянан һуң 21 көн дауамында әүҙем эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәҫкә, мунса инмәҫкә, саунаға бармаҫҡа, шулай уҡ һалҡын һыуҙа ҡойонмаҫҡа кәңәш бирҙе. Тағы ла бер кәңәш ҡанды шыйығайтыуға ҡағыла. Вакцинациянан һуң ҡандың бер аҙ ҡуйырыуы билдәле.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова “Электрогазета” ойошторған брифингта вакцина ҡаҙатҡандар өсөн кәңәш бирҙе.
“60 йәштән өлкәнерәктәргә “СпутникV” вакцинаһын ҡаҙайбыҙ, башҡа препараттар ҡулланыуға йәш буйынса сикләүҙәр бар. Ололарҙа йөрәк ишемияһы сирҙәре билдәләре булыуы ихтимал. Был осраҡта уларҙың сирҙәрен иҫкәртеү өсөн эскән дарыуҙарының дозаһын арттырыу талап ителеүе мөмкин. Бөтәһе лә һеҙҙең бығаса дарыуҙар ҡулланыуығыҙҙан, хәүеф факторҙары булыуынан йәки инфаркт, инсульт кисереү-кисермәүегеҙҙән тора”, - тине етәксе.
Ул вакцинациянан һуң 21 көн дауамында әүҙем эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәҫкә, мунса инмәҫкә, саунаға бармаҫҡа, шулай уҡ һалҡын һыуҙа ҡойонмаҫҡа кәңәш бирҙе. Тағы ла бер кәңәш ҡанды шыйығайтыуға ҡағыла. Вакцинациянан һуң ҡандың бер аҙ ҡуйырыуы билдәле.
“Ысынлап та, ҡанда үҙгәрештәр башлана. Антиесемдәр, аҡһымдар ҡандың үҙлелеген арттыра, гемоглобин һәм эритроциттарҙың күбәйеүе мөмкин. Иммун системаһы шулай әүҙем яуап бирә. Ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе йәки ҡан үҙлелеге артыуы күҙәтелһә, шулай уҡ 45 йәш тулғандарға иң ябай кәңәште биргем килә - табип менән кәңәшләшеп, аспирин эсегеҙ. Шыйыҡлыҡты күберәк эсергә тырышығыҙ,” - тине етәксе һәм прививканан һуң да битлек режимын һаҡларға ҡушты.
Фото:asiliky.rbsmi.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/21-k-n-munsa-inm-k--sauna-a-barma-a-835976/

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас