Һаҡмар
+5 °С
Ясно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Мая 2021, 19:35
Бауырыңды таҙарт!
Берәй органыбыҙҙың эшмәкәрлеге боҙолһа, бөтә организм көйһөҙләнә. Бөгөн бауырҙы таҙартыу алымдарын тәҡдим итмәксебеҙ. Бауыр ҡандағы токсиндарҙы ситләштереүгә һәләтле. Әгәр ул үҙ функцияһын үтәмәй икән, организмда ҙур ғына проблемалар тыуа: токсиндар, ҡалдыҡтар йыйыла. Бынан тыш, бауырҙы май ҡаплай, гепатит, цирроз булыуы ла ихтимал. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.
Добавить в предпочтительные источники Google
БАУЫРЫҢДЫ ТАҘАРТ...
Берәй органыбыҙҙың эшмәкәрлеге боҙолһа, бөтә организм көйһөҙләнә. Бөгөн бауырҙы таҙартыу алымдарын тәҡдим итмәксебеҙ. Бауыр ҡандағы токсиндарҙы ситләштереүгә һәләтле. Әгәр ул үҙ функцияһын үтәмәй икән, организмда ҙур ғына проблемалар тыуа: токсиндар, ҡалдыҡтар йыйыла. Бынан тыш, бауырҙы май ҡаплай, гепатит, цирроз булыуы ла ихтимал.
Бауыр эшмәкәрлеген тергеҙергә мөмкин. Әммә рационығыҙ дөрөҫ түгел икән (спиртлы эсемлектәр, тәм-том, “сәләмәт” булмаған ризыҡтар ҡулланһағыҙ), был процесс бик ҡатмарлы буласаҡ.
Бауырҙы таҙартыу, артыҡ майҙан ҡотолоу өсөн өс эсемлек тәҡдим ителә:
Боланкүҙ сәйе (ромашка сәйе). Уны йоҡлар алдынан эсергә кәрәк. Йоҡоғоҙ ҙа яҡшырыр, йыуан эсәк таҙарыр, бауыр функцияһы яҡшырыр.
Имбирь һәм лимон ҡушылған һыу. Имбирҙең бер киҫәген, лимондың яртыһын алығыҙ. Һыу ҡайнатығыҙ, әлеге ике ингредиентты ҡушығыҙ ҙа биш минут тағы ҡайнатығыҙ. Һыуынғас эсегеҙ. Ике аҙна дауамында һәр кис бер каса әлеге һыуҙы эсегеҙ.
Һоло . Уның өҫтөнә һыу ҡойоп, ете сәғәткә ебетергә ҡуйып тороғоҙ. Артабан һөҙөп алып, блендерҙа әлеге һолоға бер аш ҡалағы дәрсен (корица) һәм бер стакан һыу ҡушып болғатығыҙ. Эсемлек йылы булырға тейеш. Көн һайын кис эсегеҙ. Ул һеҙҙең аҙыҡ эшкәртеү системаһын яҡшыртыр. Уны ике аҙна барышында эсергә тәҡдим итәләр, әгәр кире тәьҫире булмаһа, ваҡытты бер аҙ һуҙырға мөмкин.
Ошо өс эсемлектең береһен булһа ла ҡулланығыҙ, организмда үҙгәреш һиҙерһегеҙ.
Табип менән кәңәшләшергә онотма.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"