

Ауыр ерендә тормош гөрләп торһон өсөн мәктәп, мәҙәниәт усағы һәм, әлбиттә, фельдшер-акушерлыҡ пункты кәрәк. Хәйер, ФАП-ты был исемлектә беренсе итеп ҡуйырға кәрәк. Сөнки һау-сәләмәт кешенең генә тормошҡа ынтылышы, киләсәккә уй-маҡсаты була.
Апрелдең һуңғы көнө – Йәрмөхәмәт халҡының күңелендә иң бәхетле байрам алды мәле булып һаҡланыр. Сөнки ауылда өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды! Билдәле булыуынса, бынан алдағы ФАП-ты янғын һәләк иткәйне. Йәрмөхәмәттәр медицина ярҙамы артынан 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ярат ауылына мөрәжәғәт итергә мәжбүр ине. Республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре менән килгәндә, Йәрмөхәмәт халҡы ошо проблеманы күтәреп сыҡты. Һәм бына яҙ байрамдары бүләге булып ауылда ФАП асылды. Унда фельдшер булып Гөлниса Хажиәхмәт ҡыҙы Ишҡыуатова эшләйәсәк. Өс тиҫтә йылдан ашыулыҡ тәжрибәһе булған был медицина хеҙмәткәрен, намыҫлы хеҙмәте өсөн, барыһы ла хөрмәт һәм ихтирам итә.
Йәрмөхәмәттәр түҙемһеҙлек менән көтөп алған яңы ФАП өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, район етәксеһе Фәнис Әминевҡа һәм ошо изге эште башҡарған бар кешеләргә оло рәхмәтен еткерҙе. Яңы медицина учреждениеһы халыҡ мәнфәғәтенә эшләһен, ә үҙебеҙ һау-сәләмәт һәм бәхетле булайыҡ!
Гүзәл Салихова.