Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Апрель 2021, 12:10

ДАУЫЛ АЛДЫНДАҒЫ ШОМЛО ТЫНЛЫҠМЫ?

Район-ҡалала коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау дауам итәҮҙизоляция көндәрен дә, ситтән тороп уҡыу-эшләүҙе лә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, яҡындарыбыҙҙы мәңгелек донъяға оҙатыуҙы ла кисерҙек...

Тажлы үләттең бар кешелекте баҫып алыуы йәшәйешебеҙгә ныҡлы үҙгәрештәр индерҙе. Үҙизоляция көндәрен дә, ситтән тороп уҡыу-эшләүҙе лә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, яҡындарыбыҙҙы мәңгелек донъяға оҙатыуҙы ла кисерҙек...

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ла, беҙҙең район-ҡалала ла коронавирус буйынса хәл тотороҡло ҡала. Тик был ваҡытлы ғына, көслө дауыл алдындағы алдатҡыс шомло тынлыҡ түгелме икән? Бөгөн бар илдәр оло хафа менән Төркиә, Һиндостан һәм Бразилияны күҙәтә. Сөнки нәҡ ошо илдәрҙә һуңғы бер нисә аҙна коронавирустың шашынып ҡотороуы күҙәтелә. Төркиә 29 апрелдән 17 майға тиклем тулыһынса ябылып, үҙ ҡалалары араһында ла тик махсус рөхсәт буйынса йөрөйәсәк. Ил президенты Эрдоган: “Рамаҙан айынан һуң элекке йәшәү рәүешебеҙгә ҡайтыу өсөн беҙгә коронавирус менән ауырыусылар һанын тәүлегенә 5 мең осраҡҡа төшөрөргә кәрәк. Юғиһә беҙ туристик эшмәкәрлекте тергеҙә алмаясаҡбыҙ”,-тине.

Бразилияла йыл башынан, тажлы үләт башланған осорға ҡарағанда, кешеләр күберәк мәрхүм була. Медицина ғалимдары илдә коронавирустың яңы төрө - күпкә тиҙерәк йоҡҡаны – ҡотороуын билдәләй. Бразилия ғалимдары Рәсәйҙә сығарылған вакцинаның эффектив һәм хәүефһеҙ булыуын асыҡлап, уны үҙҙәрендә сығарыуҙы рөхсәт иткәндәр. Һиндостанда ил етәкселеге кешеләрҙе хатта өйөнөң эсендә лә битлек кейеп йөрөргә өндәй. Сөнки илдә тәүлегенә 350 меңдән ашыу кеше коронавирус йоҡтора, үлем осраҡтары ла бик күп. Һиндостанда оло йәштәге табиптарҙы кире эшкә саҡыралар. Сөнки медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ кисерелә. Башҡа илдәрҙә лә мотлаҡ битлек режимы һәм вакцинациялау дауам итә.

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы ла халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау эштәрен дауам итә. Ҡайһы бер ойошмалар тотош коллектив менән тажлы үләткә ҡаршы прививка яһата. Бындай осраҡта медицина хеҙмәткәрҙәре ойошмаға килә. Бар санитар-гигиена талаптары күҙәтелә, шуға күрә борсолмаһағыҙ ҙа була. Вакцинациялауға медицина ҡаршылыҡтары булмаған район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә был процедураны үтте. Район етәксеһе Фәнис Әминев: “Ҡотолоу юлы вакцина икән, тимәк, беҙ уны эшләтергә тейешбеҙ. Һаулығы яғынан бер ниндәй ҡаршылыҡтар булмағандарҙы әүҙем рәүештә вакцина яһатырға саҡырам. Коронавирус әле бөтөргө лә уйламай бит. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!”-тине.

Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны үҙем дә эшләттем. Йәшермәйем, икеләнеүҙәр аша килде был ҡарар. Тәүге өс көндә температурам 37.2-гә тиклем күтәрелеү, хәлһеҙлек, өшөү күҙәтелде, әммә артабан ҡәҙимге хәлемә ҡайттым. Вакцинациялау – эш һәм йәшәү рәүешемә бер ниндәй үҙгәрештәр индермәне. Уның ҡарауы ниндәйҙер ышаныс һәм тажлы үләттән ҡурмау тойоғолары барлыҡҡа килде.

Байрам һәм ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, Баймаҡ ҡала дауаханаһы эшләйәсәк һәм коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау дауам итәсәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы тажлы үләттән һаҡлаясаҡһығыҙмы әллә “бер нисек үтеп китер әле” тип ҡул һелтәйһегеҙме – был инде һеҙҙең намыҫта ҡала...

Гүзәл Салихова.

Читайте нас