-12 °С
Болотло
-Һуңғы осорҙа киң мәғлүмәт сараларында, “тиҙҙән коронавирустың өсөнсө тулҡыны килеп етәсәк” тип һөйләй-яҙа башланылар. Шул дөрөҫмө? Ҡасан бөтөр был афәт?
-Ысынлап та, коронавирус афәтенә бәйле хәл бөгөн сит илдәрҙә айырыуса хәүефле. Ошо көндәрҙә РФ Гамалея исемендәге Үҙәктең әйҙәүсе белгесе Федор Лисицын, апрель аҙағында – май башында Рәсәйҙә коронавирустың “өсөнсө тулҡыны” башланасаҡ, тип белдерҙе. Белгестең фекере менән ризалашмау мөмкин түгел, сөнки һуңғы аҙналарҙа илдә коронавирус менән сирләүселәр һәм үлеүселәр һаны артты.