Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Март 2021, 22:45

Илатырлыҡ ине...

Табиптар әсәһенә ҡыҙҙың сәсен ҡырырға кәрәклеген белдерҙе. Үҫмерҙең сәсен алған көндө, әсә кеше лә сәсен ҡырҙыртып ташланы. Ҡыҙы аяҡҡа баҫҡансы, әсә кеше үҙенең башын ҡырҙыртып тик торҙо. Был хәлде күҙәтеп илар сиккә етә инек...

Онкология клиникаһында әсәле-ҡыҙлы менән таныштым. Икеһе лә иҫ киткес матур, сибәр, әйтерһең, модалы журналдың тышлығынан яңы килеп төшкәндәр. Бер аҙна дауаланыу эсендә үҫмер ҡыҙҙың сәстәре ҡойола башланы. Ул быға бик ҡайғырҙы. Табиптар әсәһенә ҡыҙҙың сәсен ҡырырға кәрәклеген белдерҙе. Үҫмерҙең сәсен алған көндө, әсә кеше лә сәсен ҡырҙыртып ташланы. Ҡыҙы аяҡҡа баҫҡансы, әсә кеше үҙенең башын ҡырҙыртып тик торҙо. Был хәлде күҙәтеп илар сиккә етә инек. Сөнки бындай дауаланыу ваҡытында ысынлап та кемделер сәсе яртылаш, кемдеңдер тулыһынса ҡойолоп бөтә, һирәктәрҙең генә сәстәрен хоҙай аралап ҡала. Ярты йылдан һуң ошо уҡ клиникала әсә менән ҡыҙҙы яңынан осраттым. Икеһенең дә сәстәре үҫкән, сибәрҙәр! Хоҙай барыбыҙға ла һаулыҡ бирһен!

Читайте нас