Һаҡмар
-9 °С
Ясна
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Март 2021, 11:45
Миҙгелгә хас сирҙәр арта
--
Республикала миҙгелгә хас вируслы сирҙәрҙең артыуы күҙәтелә, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Һуңғы аҙна эсендә киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙе 22 962 кеше йоҡторғанлығы асыҡланды. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда үҫеш 16,5 процент тәшкил итә. Өфөлә сирлеләр күпкә артҡан – 7 272 кешегә, үҫеш - 19,7 процент тирәһе.
Ауырыуҙарҙың 52 процентын балалар тәшкил итә. “Роспотребнадзор” идаралығы киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙең һәм киҙеүҙең таралыуы сәбәпле, шәхси һаҡланыу саралары тураһында иҫкәртә. Әле респиратор вирустарҙың ошо төрҙәре таралыуы күҙәтелә: парагрипп, аденовирустар, риновирустар, метапновирус.
“Роспотребнадзор” ябай ғына, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра: сирҙе йоҡтормау өсөн халыҡ күп йыйылған ерҙәрҙә булыу ваҡытын сикләгеҙ. Битлек режимын һаҡлағыҙ. Сөскөргән йәки йүтәлләгән кешеләр эргәһенән ҡасығыҙ. Урамдан өйгә инеү менән ҡулдарығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ. Танау ҡыуышлығын йыуырға ғәҙәтләнегеҙ. Бүлмәләрегеҙҙе даими елләтегеҙ. С витамины булған аҙыҡтар ашарға тырышығыҙ. Табиптар менән кәңәшләшеп, иммунитетты күтәрә торған препараттар ҡабул итегеҙ. Ғаиләлә йәки эштә берәйһе ауырып китһә, сирҙе иҫкәртеү маҡсатында вирусҡа ҡаршы препараттар эсә башлағыҙ, тик белгестәр менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"