+16 °С
Дождь
Кеше организмы тәүҙә аяҡтарҙан ҡартая башлай икән. Быны Ҡытайҙа иҫбатлағандар. Ҡартайыуҙы бер аҙ кисектереп тороу юлдары бармы?Әгәр ҙә ҡартайырға теләмәһәгеҙ, аяҡтарығыҙҙы нығытырға, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртырға тырышығыҙ. Ә бының өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
Иң беренсе, ялан аяҡ йөрөргә тырышығыҙ. Йылы көндәрҙә урамда булмаһа, ҡалған ваҡытта өйҙә лә мөмкин. Нәскиҙәрҙә түгел, ә мотлаҡ яланаяҡ! Тәүҙә 10 минутҡа, һуңынан яйлап, ваҡытты оҙонайтығыҙ.
Атлағанда төрлөсә баҫып йөрөгөҙ. Аяҡ ослап, үксәләргә генә йәки ҡырын баҫып атлағыҙ. Был иһә мускулдарҙы, аяҡ һөйәктәрен нығытырға, ҡан әйләнешен яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.