Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Февраль 2021, 19:04

Тәмәкене ташлата торған сәй

Тәмәке ташларға теләк бар ҙа, булдырыуы ауыр кеүек тойоламы? Улайһа һеҙгә үләндәр ярҙамға килә. Мәҫәлән, һаҙанаҡ (багульник болотный) менән һары мәтрүшкә ярҙамға килер. Тулыраҡ рецеп сайтта...

Һаҙанаҡ (багульник) менән һары мәтрүшкәне 1-әр аш ҡалағы алып, 800 гр һыуға һалығыҙ, унан һүрән утта 20 минут ҡайнатығыҙ.
3 сәғәт төнәткәндән һуң сәй кеүек эсергә кәрәк. Йәғни яртыһына төнәтмә ҡойоп, унан стаканды ҡайнар һыу менән тултырыу талап ителә.
Был сәй шулай уҡ аппетитты кәметә, эсәк, һейлек ҡыуығы, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, бит тиреһен матурайта. Тире йомшаҡ, шыма һәм таҙа булып ҡала (төнәтмәне оҙаҡ ваҡыт эскәндән һуң). Тәмәке тартыусы өсөн мөһим фактор - үпкә юлын таҙарта.
Сәйҙең төҫө ҡыҙыл төҫтә килеп сыға, еҫе тәмле генә була. Өй эсенә хуш еҫтәре таралып китә. Был үләндәрҙән эшләнгән заварка өс көн боҙолмай, үҙенсәлектәрен һаҡлай. Киреһенсә, тағы ла тәмлерәк булып китә.
Читайте нас: