Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Ғинуар 2021, 16:32

Баймаҡ дауаханаһына – 4 автомобиль!

Бер автомобиль -- поликлиникаға, ҡалған өсәүһе Йылайыр һәм Бикеш ауылдарының табип амбулаторияларына һәм Иҫке Сибай ауыл участка дауаханаһына беркетелде. Был автомобилдәр табиптар өсөн тәғәйенләнә.

20 ғинуарҙа Республика Йорто янында БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров медицина ойошмаларына 15 Lada Granta 219010 һәм 10 УАЗ 3163 автомобилдәренең асҡыстарын тапшырҙы. Беренсел медицина һәм санитар ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән был автомобилдәр федераль бюджет аҡсаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һатып алынған. Андрей Назаров билдәләп үтеүенсә, был машиналар сығып йөрөй алмаған пациенттарға медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү мөмкинлеген булдырыу өсөн бик уңайлы. Әйткәндәй, улар Йылайыр, Дәүләкән, Малаяҙ, Йәрмәкәй, Шишмә, Баймаҡ, Ауырғазы райондарына Нефтекама, Салауат ҡалаларына бүлеп бирелде. Шуныһы ҡыуаныслы, уларҙың дүртәүһе (2 Лада Гранта һәм 2 УАЗ Патриот) беҙҙең районға бирелде.

Бер автомобиль -- поликлиникаға, ҡалған өсәүһе Йылайыр һәм Бикеш ауылдарының табип амбулаторияларына һәм Иҫке Сибай ауыл участка дауаханаһына беркетелде. Был автомобилдәр табиптар өсөн тәғәйенләнә.

Читайте нас: