Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ғинуар 2021, 17:20

52 алкоголик ярҙам һораған...

Яңы йылдың тәүге 10 көнөндә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 279 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 68-е бала менән бәйле.

Яңы йылдың тәүге 10 көнөндә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 279 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 68-е бала менән бәйле. Оҙайлы Яңы йыл каникулын күптәр саф һауала, ғаиләһе менән бергә үткәргәндә, бәғзеләр өҫтәл артынан да тормай "байрам" иткән, буғай. Алкоголь интоксикацияһы менән яфаланған 52 кешегә медицина ярҙамы талап ителгән. Шул уҡ ваҡытта 4 юл-транспорт ваҡиғаһына “Ашығыс ярҙам” саҡыртылған.

Әйткәндәй, уҙған тәүлектә генә лә республика буйынса юл-транспорт ваҡиғаһында биш кешенең ғүмере өҙөлгән.

Читайте нас: