Ҡышҡы каникулды боҙған, йәмһеҙләгән, хафаға һалған бер күренеш һаҡлана әле. Ул - тажлы үләттең таралыуы дауам итеүе. Шуныһы борсоолдора - хәҙер коронавирус менән йәштәр ҙә ауырый башланы. Бәғзеләр был ауырыуҙан битлек ярҙам итмәй барыбер, тигән фекерҙә. Әммә әлегә коронавирустан башҡа һаҡланыу саралары табылмаған. Һуңғы осорҙа ғына илдә көнөнә меңәрләгән кешелә ковид табылған. Ҡытайҙа, табиптар кешеләр битлектәрҙә йөрөргә өйрәнгәс кенә ауырыуҙы еңә башлауҙарын белдерҙе бит. Шуға күрә был һаҡланыу сараһын инҡар итергә ашыҡмағыҙ.
Миҙгелле киҫкен респиратор ауырыуҙарҙың көсәйеп китеүе лә хәлде көсөргәнешләндерә. Кешелә миҙгелле киҙеүме әллә коронавирусмы икәнен ҡапыл да ғына билдәләүе бик ауыр.
Элек беҙ иммунитеты көслө булған кешеләрҙең ауырыуҙарға бирешмәүенә инанып йәшәнек. Әммә коронавирус сире (халыҡ уны бушҡа ғына тажлы үләт тип йөрөтмәй) бер кемде лә аямауын күрәбеҙ. Ковид менән спортсылар ҙа, һау-сәләмәт тормош алып барғандар ҙа ныҡлдап ауырый, һәләк була. Шулай булғас хроник сирлеләргә (хәҙер бындай сирҙәр һәр өсөнсө кешелә бар) айырыуса һаҡ булырға кәрәк.
Беҙ коронавирусты туҡтата алмайбыҙ, әммә уның шашыныуын сикләй алабыҙ. Бының өсөн бар һаҡланыу сараларын күҙәтергә, аралашыуҙы сикләргә, әҙ генә температура ҡалҡһа ла, өйҙә ҡалырға кәрәк.
Гүзәл Салихова.