Республика Башлығы Радий Хәбировтың 2021 йылды – Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылы тип иғлан итеүен баймаҡтар ҡыуанып та, хуплап та ҡаршы алды. Сөнки һаулығын хәстәрләгән, спортты үҙ иткән йәштәр генә түгел, ә ололар ҙа бик күп беҙҙә.
Район китапханаһы янында эшләгән “Гармония” клубын Дилә Әхәт ҡыҙы Арсланова етәкләй. 2018 йылда эш башлаған клуб үҙенә әүҙем тормош алып барған, төрлө йәштәге кешеләрҙе туплаған. Мәҫәлән, Менәүрә Ғәле ҡыҙына – 85 йәш. Уларҙың барыһын да скандинав йөрөшөн үҙ итеү ҙә бергә туплаған. “Был спорт төрө ныҡ ярҙам итә. Һаулыҡты тейешле кимәлдә тотоу ғына түгел, ә нервыларҙы тынысландыра, психологик көсөргәнешлекте кәметә”,-тип йылмая клубҡа йөрөүселәр.
1 ғинуарҙа беҙ “Гармония” менән ҡала паркында осраштыҡ. Клуб ағзалары Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлек йылын асып парк буйлап бер нисә саҡрым үтте. Дилә Әхәт ҡыҙы скандинав йөрөшөнөң нескәлектәрен тағы ла әйтеп үтте, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген иҫкәртте. “Скандинав йөрөшөн үҙ иткәндәр араһында 80-де үткәндәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә бар. Улар көн һайын йөрөй. Айына бер мәртәбә район китапханаһында осрашып, һаулыҡты һаҡлау серҙәре тураһында әңгәмәләшәбеҙ. Кемдең ниндәй дауалау ысулдары, халыҡ медицинаһын ҡулланыуы тураһында тыңлауы ла ҡыҙыҡ. Табиптарҙы саҡырып, лекция ла тыңлап алабыҙ, һорауҙарыбыҙҙы бирәбеҙ. Үҙеңә ваҡыт бүлеп һәм һаулығың менән шөғөлләнә башлау бер ҡасан да һуң түгел”,-ти клуб мөдире.
“Гармония” - ул аһәңлелек, бар яҡтан камил булыуҙы аңлата. Клуб ағзаларының янып торған ҡарашлы, матур уйлы булыуы уларҙың был сифаттарға эйә булыуын күрһәтеп тора. Паркты бер нисә мәртәбә урап сығыу тәнгә лә, йәнгә лә иҫ киткес көс, сихәтен бирҙе.
Һаумы, Сәләмәтлек йылы! Беҙ һине 12 ай дауамында ихлас тәбрикләп, скандинав йөрөшө, башҡа спорт төрҙәре, һау-сәләмәт тормош менән һыйларбыҙ!
Гүзәл Салихова.