Һаҡмар
+12 °С
Дождь
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
31 Декабря 2020, 21:00
Һаулығың ҡаҡшаһа... петрушка эс...
Әгәр ҙә һеҙҙең бауырығыҙ ауырта икән, әгәр һеҙ насар экологик шарттарҙа йәшәйһегеҙ икән, әгәр һеҙ йыш ауырыйһығыҙ икән... тимәк был рецепт һеҙҙең өсөн. Был рецепт буйынса эшләнгән ҡатнашма бауыр тирәһендәге эс майҙарын иретә, аппетитты кәметә, тәндән артыҡ һыуҙы ҡыуып сығара, вирустарға ҡаршы көрәшә, 2-3 кг тән ауырлығын ташларға ярҙам итә, иммунитетты нығыта, организмды таҙарта, бөйөрҙәге һ!әм үттәге таштарҙы "иретә" һәм дә... йәшәртә. Бының өсөн һеҙгә ни бары:
Бының өсөн һеҙгә ни бары:
* Ҙур булмаған петрушка бәйләнмәһе менән 2 уртаса һарымһаҡ тешен ныҡлап иҙәбеҙ (блендер менән).
* 1 стакан алабыҙ һәм уны 1 аш ҡалағы лимон һәм һыу менән тултырабыҙ ҙа петрушка-һарымһаҡ ҡатнашмаһына ҡушабыҙ.
Әҙер ҡатнашманы иртәнге аш алдынан һәм киске аш алдынан 3 көн рәттән эсәбеҙ.
Унан 3 көн ошондай уҡ ҡатнашманы һарымһаҡ ҡулланмайынса эшләйбеҙ.
Йәнә 3 көн буйы яңынан һарымһаҡ менән эшләйбеҙ.
Дөйөм алғанда 9 акөн килеп сыға. 2 аҙна ял итеп алабыҙ ҙа тағы бер тапҡыр ошо схеманы ҡабатлайбыҙ.
Был ҡатнашманы әселеге юғары кимәлдәге гастрит, рефлюкс-эзофагит ауырыуҙары менән яфаланғандар, ауырлы ҡатындарға ҡулланырға ярамай. Шуға күрә дауалаусы табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"