Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Декабрь 2020, 20:10

Бауырҙы таҙартабыҙ

Алда оло байрам көтә. Яңы йылда ашаған кеүек бер байрамда ла кеше күп итеп һәм төрлөләндереп ашамай. Уға алкоголь эсемлектәр өҫтәлһә... Бауырға бик ауырға төшөр ахыры. Әйҙәгеҙ, алдан уҡ бауырыбыҙға ярҙам итәйек. Бының өсөн ни бары бөтнөк менән лимон ғына кәрәк буласаҡ. Был эсемлектең ни бары 1 стаканы мөғжизәгә тиң тиҙәр. һынап ҡарайбыҙмы?

Хәлһеҙлек, энергияңдың кәмей барыуы, баш әйләнеүе, күңел болғаныуы, уң яҡтан бил тирәһе сәнсеп алыуы, тирегә һытҡы сығыуы -- барыһы ла бауырҙың сәләмәт булмауы тураһында һөйләй.
Өй шарттарында уны таҙартыуы бик үк ауыр ҙа түгел. Бының өсөн лимонлы-бөтнөклө эсемлек әҙерләү ҙә етә. Зарарһыҙ буыуы менән бер рәттән бауырҙан токсиндарҙы ла тиҙ генә сығарыр. Етмәһә, үҙе шундай тәмле! М-м-м-ммм....
Бөтнөклө эсемлек
Бының өсөн бер ус бөтнөк япраҡтары, 1 лимон һуты, 1 әфлисун һуты, 1 литр һыу, 3 аш ҡалағы бал кәрәк була.
Һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп, йылытырға ултыртабыҙ. Алдан йыуылған бөтнөк япраҡтарын һыуға төшөрөп, талғын утта 5 минут ҡайнатабыҙ.
Уттан алып, бүлмә температураһында һыуытабыҙ. Бөтнөклө һыуға лимон, әфлисун һутын ҡойоп, бал өөҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап болғатабыҙ. Һөҙгөс менән һөҙөп алған эсемлек ҡулланыу өсөн әҙер була.
Был хуш еҫле эсемлек эсәк-ашҡаҙан тракты өсөн дә шифалы. Һыуһынды ла ҡандыра. Көнөнә 1 стакан эсеү ҙә етә, бауырҙа таҙарыныу процессы эшләй ҙә башлай.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Читайте нас: