-5 °С
Ҡар
Ишмырҙа ауылына апайыма хәл белешергә барҙым. Аят уҡытты. Икәүләп ҡалғас, “Һатыуға сығарған һөт-ҡоротоң һәр саҡ үтәме?”-тип һораным. “Эйе, хатта ҡайһы саҡта өйгә килеп алалар”.-тине лә бер хәлде һөйләне.
Бер йыл һыйырымдың һөтө кәмене. Запасҡа тип йыйылған кипкән ҡоротто соланға элдем. Күп тә үтмәне бер танышым килеп инде лә: “Флүрә ҡоротоң юҡмы? Барыһын да һатып алам”,-тине. Баҡһаң, ҡыҙы менән кейәүе Израиль ҡалаһында йәшәйҙәр икән. Бәпәй тапҡандан һуң ҡыҙының хәле насарая башлаған. Израиль врачы: “Ата-әсәйеңә әйт – ҡорот ебәрһендәр”,- тигән. Былар ҡоротто ҙур ыҙалыҡ менән посылка аша ебәрҙе. Һуңынан танышым килеп рәхмәт әйтте. Ҡыҙына ҡорот килешкән – йүнәлгән. Үҙ ризығыбыҙ ситтә айырыуса ҡәҙерле шул.