Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Декабрь 2020, 18:40

Геморройҙан нисек ҡотолорға?

Зәүхиә Низамова: "Элек олоғайып, организм ҡартайып барған кешеләрҙә генә булһа, бөгөнгө көндә ул йәшәрҙе. Кем нисек булдыра, шулай ҡотолорға тырыша был сирҙән. Минең түбәндә яҙыласаҡ кешенең тарихы бәлки был сирҙән интеккәндәргә әҙ булһа ла ярҙам итһә,бик шат булыр инем. Бәлки ҡайһы берәүҙәргә был бәләгә юлыҡмаҫҡа, кемдәргәлер башланғыс осоронода уҡ геморрой проблемаһын хәл итергә ярҙам итер..." (Тулыраҡ беҙҙең сайтта)

Һуңғы ваҡытта геморрой сире менән интеккәндәр ошо темаға мәҡәлә яҙыуымды үтенделәр. Был темаға яҙылған әҙер мәҡәләм булғас, уны өҫкә күтәрҙем генә. Ысынтылап та ябай ғына юл менән дә сәләмәт йәшәү мөмкинселеген үҙебеҙ ҡатмарлаштырабыҙ. Киреһенсә үҙебеҙҙең хәлебеҙҙе киҫкен хәлгә еткерәбеҙ. Шунда әҙ генә башты эшләтеп, уйҙы бороп ебәрһәң.... Гепатит тураһындағы мәҡәләмде ситкә ҡуйып тороп, замана сире геморройға тағын әйләнеп ҡайттым.
Хәҙерге замана сире – геморрой.
Ир – ат ҡайһы берҙә үҙ – ара һөйләшкәндә бик оҙаҡ хәл ителмәй торған проблема тураһында: “Бер геморрой булды инде,”- тиҙәр. Был һүҙҙәрҙе геморройҙан бик интеккән берәр кеше әйткәндер инде. Ә ул хәҙер замана сиренә Һәм ирҙәрҙең генә түгел,ҡатын – ҡыҙҙарҙың да сиренә әйләнде ул. Элек олоғайып, организм ҡартайып барған кешеләрҙә булһа, бөгөнгө көндә ул бик йәшәрҙе. Кем нисек булдыра, шулай ҡотолорға тырыша был сирҙән. Минем түбәндә яҙыласаҡ кешенең тарихы бәлки был сирҙән интеккән кешеләргә әҙ булһа ла ярҙам итһә, мин бик шат булыр инем. Бәлки ҡайһы берәүҙәргә был бәләгә юлыҡмаҫҡа, кемдәргәлер башланғыс осоронода уҡ геморрой проблемаһын хәл итергә ярҙам итер.
Бер көн ҡалаға барырға такси саҡырттым.Сығып ултырғас, һөмһөрө ҡойолған, кәйефе булмаған бер 35 йәш тирәһендәге машина йөртөүсе минем иҫәнләшеүемә көскә яуап бирҙе. Минңм иғтибарҙан бер нимә лә ситтә ҡалмаған кешегә был бик сәйер тойолдо.Башта “һалып” сыҡҡанмы тип ҡарап барҙым бераҙ. Ундайға оҡшамаған.Оҡшаһа, машина туҡтатыла ине.
- Энекәш, иртәнсәктән уҡлау йоттоңмы әллә, бигерәк ҡатып ултыраһың?
- Нимә ул ыҡлау?
- Уҡлау тимен. Скалка.Ҡамыр йәйә торған әйбер.
- Әәә.Юҡ.
- Алайһа, ике арт һыртыңа кнопка сәнсеп ҡуйҙыңмы?
- Апай, Һеҙ ҙә нервыны боҙмағыҙ әле.
- Ә һин эшкә сыҡҡанһың икән сәләмәт булырға тейешһең. Ә насар кәйефеңде кешеләргә күрһәтмә.Клиенттың ғәйебе юҡ. Һин бит сервиз күрһәтәһең. Төшөп ҡалғым килә башланы.
- Шулай апай. Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ.Тик бына артыңа бысаҡ тыҡҡан һымаҡ булһа, кәйеф бөтә икән ул. Геморрой интектерә мине.Үҙәккә үтә.Көнө буйы рәхәтләнеп артыңа ла ултырып йөрөй алмағас, эштең дә рәхәте юҡ. Ул бил дә кәрәкте бирә.Кискә табан хатта әсетә башлай.
- Больницҡа бар.Дауалан.
- Операциямы? Түләүле. 100 меңдән артыҡ аҡса кәрәк.Йыя алмайым әле.Өйҙә ике бәләкәй малай.Тапҡан аҡса өйҙәге расходҡа көскә етә.
- Ә бәлки аҡсаһыҙ ғына дауаланып ҡарарһың.
- Көтөп торалар мине.Кем һуң мин.Атам министр түгел.
- Атай менән дә, аҡса менән дә ҡайһы берҙә дауаланып булмай. Хатта атаһы президент булғандарҙа ла шул уҡ ағзалар. Ә үҙеңдең башыңды эшләтеп булмаймы? Әллә инде уйлау сәләтенә лә геморой сыҡтымы?
- Хет уйла, уйлама, ул сыҡҡан инде.
- Ә нишләп сыҡҡан тип уйланаһыңмы һуң?
- Юҡ. Ете йыл баранка әйләндерәм.Иртән сығып китәм.Кис ҡайтып ауам.Донья ҡыуам.
- Ҡыу.Шунһыҙ булмай.Ә бына был иҫәнлек менән тағын нисә йыл эшләй алырһың икән.Ә ул балаларҙы үҫтереп аяҡҡа баҫтырыр өсөн, ай – һай әле бик күп эшләргә кәрәк.Әгәр ҙә үҙеңдең иҫәнлегеңде нығытмаһаң, бик иртә ватылырһың.
- Нисек нығытайым?
- Геморрой сығыуҙың сәбәптәре күп түгел.Иң беренсе шул геморой сыҡҡан тән өлөшенең мускулатураһы көсһөҙләнеү.Ул көнө буйы ултырып тороп эшләй торған эш эйәләрендә була күп осраҡта. Икенсеһе, кеше үҙенең көсө етмәҫлек һәм ул ауырлыҡты күтәрерлек потенциалы булмайынса, ауыр әйбер күтәреү нәтижәһе(последствия). Бик йыш эс ҡатыу һәм шуның арҡаһында ныҡ көсәнеү.
- Да. Миндә беренсеһе һәм өсөнсеһе бар.Нишләргә миңә?
Мин уға был сирҙең арт һындарының, нәҡ геморрой сыҡҡан ерҙең мускулатураһы көсһөҙләнеү арҡаһында килеп сыҡҡанын аңлаттым. Шуның өсөн көнө буйы машинала йөрөгәндә, клиентты көтөп буш утырғанда, урамда баҫып һауа һуларға сығып торғанда ла арт яҡ мускулатураны биҡ күп тапҡыр ҡыҫып – ҡыҫып алырға, өйрәнгәс кендеккә хәтле,хатта бөтөн эс өлөшө менән билдәге умырҡа һөйәгенә хәтле тартып ҡыҫырға кәңәш бирҙем. Көнө буйы машинала ғына ултырмаҫҡа, яйы сыҡҡан һайын сығып, эйелеп – бөгөлөп тәнде яҙып алырға, умырҡа һөйәген һуҙып( расстягивать) алыу өсөн алға – артҡа эйел – бөгөл тинем. Тәндең ҡайһы өлөшөндә генә мускулатура көсһөҙләнә, зәғифләнә башлай икән, шунда проблема көт. Ҡулдан килгән хәтлем мускулатураны нығытырға, уға шәлперәргә бирмәҫкә кәрәк. Башта геморрой, шунан билдә грыжа, шунан умырҡа һөйәгендә төрлө ҡыҫылыу, ҡыйшайыу,һ.б. сирҙәр сыға башлай. Былар барыһы ла беҙҙең үҙебеҙҙе хөрмәт итмәүебеҙ, иҫәнлекте нығытып тороу хаҡында уйланмауыбыҙ арҡаһында килеп сыҡҡан сирҙәр. Ер йөҙөндә иң совершенный, идеальный организм кешелә яратылған.Ул әгәр ҙә беҙ уны аңлап, яратып, тәрбийәләп торһаҡ, беҙгә тоғро хеҙмәт итә. Бөтөн эште,хәрәкәтте,беҙ теләгән процесстарҙы яһарға яраҡлы аппарат тип әйтһәң дә була.Тик үҙеңдең тәнеңдең һәрбер өлөше нисек төҙөлгәнен һәм ул һинән нимә көткәнен белергә генә кәрәк.Ә ул ҡыйын эш түгел.Хәҙерге көндә бигерәк.Интернеттагы мәғүмәт ҡырын үҙеңә хеҙмәт иттер, ҡуллан. Мускулатура тигән нимә тәндең бөтөн өлөшөндә лә бар.Эре,уртаса,ваҡтары.Улар булмаһа,беҙҙең тән тарала. Эшләмәһәләр, көн үҙәгендә хәрәкәтләнеп тормаһа, шәлперәй башлай ябай һүҙ менән әйткәндә. Шунан килеп сыға бик күп сирҙәр.Быуындар ҡатыуы, лимфалар шештәре( унда застой), хатта башҡа ҡан килеп етмәй башлай.Һанап, яҙып бөтөргеһеҙ беҙҙең әҙ хәрәкәтләнеү, мускулатура тигән нимәбеҙҙе эшләтеп тормау бәләләре.Сөнки мускулатура беҙҙең тәндә ҡанды ҡыуаларға, эскән – ашаған ризығыбыҙҙы тән буйлап таратырға, кәрәкле өлөшөнә уны алып барып еткерергә ярҙам итә. Улай ғына ла түгел, бөтөн ағзаларҙы үҙ урынында торырға, йәки уларға урынынан төшөргә бирмәй.Тимәк опущение тигән ауырыу ҙа урап үтә.Ул да хәҙер бик күбәйҙе.Йәшләй генә аналыҡтары төшөп, бала таба алмай интегеүсе йәш ҡатындар ҙа уйланһындар. Шуның өсөн теләһә ҡайһы йәштә лә беҙҙең тән эйелергә – бөгөлөргә, һығылырға һәм башҡа тейешле хәрәкәттәр яһарға тейеш. Яҡынса ошо темаға һөйләшеп барҙыҡ был геморройлы ир – ат менән минем барып етәһе урынға еткәнсе.Шулай уҡ көн үҙәгендә әҙ һыу эсеү, йәки үҙ - үҙеңде аҡса табам тип тәрбийәләмәү эс ҡатыуға еткереү лә насар. Эшләргә лә, эсең ҡатмаҫлыҡ ашарға ла, ваҡытында һыуын да эсеп тороу мөһим. Таксистның ҡырыйында сәй менән һәрваҡыт термосы булырға тейеш.
Быйыл йәй Яр Саллы тигән күрше шәһәргә йомош менән барған инем.Кире ҡайтырға автовокзалға билет алырға тип инеп бара инем, “Апа. Исәнмесез, кая барасыз?”- тигән тауыш ишеттем.Әйләнеп ҡараһам, машина ҡырыйында шул таксист баҫып тора.
- Әлмәткә ҡайтам.
- Әйҙәгеҙ, үҙем алып ҡайтам. Миңә тағын ике кеше генә йыяһы ҡалды.Һеҙ ултырғас, берәү ҡала.
- Ярар, тиҙерәк тә ҡайтып етермен.
Бер кешене көткән арала, Һөйләшеп тә алдыҡ.
- Геморрой ни хәлдә? (Ул ҡысҡырып, рәхәтләнеп,бөгөлә - һығыла көлдө.Күҙ йәштәре сыҡҡансы.)
- Танынығыҙ.Элек был темаға һөйләшергә лә ояла инем.Хәҙер үҙем был турала яйы сыҡҡан һайын һөйләйем, кәңәш бирәм.Спецҡа әйләндем.Таксистар араһында бик күптәр интегә булып сыҡты. Был сир күберәк водительдәр сире. Теге ваҡыт Һеҙҙең менән һөйләшкәндән һуң, Һеҙ төшөп ҡалыу менән Һеҙ өйрәткән күнегеүҙе яһай башланым.Үҙәккә үткән ине минем. Әлбиттә башта рәхәт булманы.Бөтөнләй ҡыҫа алмай интектем.Ул ерем ( арт яҡ йәки анус тип атала) бөтөнләй көсһөҙләнгән булып сыҡты.Ләкин көндән – көн еңелерәк була башланы.Хәҙер мин хатта бөтөн артымды – эсемде арҡама хәтле тарта алам. Хәҙер пресс барлыҡҡа килде, Шварцнегрҙан кәм түгел.Миңә кайф! Шул хәтлем күнектем, магазинда кассала баҫып торғанда ла яһайым.Барыбер тик тораһың.Ул көндө ҡайтҡас,ҡатынға һөйләгән инем, уның да геморройы бар икән.Тик әйтергә оялып йөрөгән.Икебеҙ ҙә ҡотолдоҡ.Ул да ашарға бешергәндә лә яһайым ти. Ә ҡатындың бала тапҡандан һуң бер нисә подружкаһында ла сыҡҡан икән.Улар ҙа яһайҙар. Апай беләһегеҙме, туалетҡа ла һәйбәт йөрөйем.Эс ҡатыу ҙа бөттө.Эсәктәрем һәйбәт эшләй башланы.Мин хәҙер перистальтика тигән нимәне лә беләм. Мин әле апай йога күнекмәләрен дә яһайым.Уларҙы интернеттан өйрәндем.Иртәнсәк ун минут ваҡыт кәрәк. Нәҡ геморройҙы дауалай торған һәм булдырмай торғанын яһайым. Әллә башыма ла ҡан әйбәт йөрөй башланы, көн үҙәгендә башым да ауыртмай хәҙер.Арымайым да әллә ни.Әтейем дә, әнейем дә иҫәндәр әле, Аллаға шөкөр.Уларға ла һөйләйем, аңлатам.Беҙҙең әтейҙең ағып сығып йөрөй башлаған икән.Әней әйтмәгән беҙгә.Әтей хәҙер почти бөттө ти. Башҡа дөрөҫ уй инде, йәшәүе лә күңелле.
- Баҫып торғанда ла гимнастлар кеүек баҫып тораһың, гәүҙәң дә һығылып – бөгөлөп китә.
- Эйе,апай, хәҙер оҙон юлға сыҡһам, юлда туҡтап эйелеп – бөгөлөп алам. Үҙемдең күнекмәләрем бар.Ҡайҙа ниндәй мускулатура бар икәнен дә беләм. Ә бил тураһында оноттом хәҙер.Ул бил ауыртмағас, вообще красота.Вәәәәт наҙан булғанмын.(Алсаҡ күңелле, һүҙгә әүәҫ был таксиситың кәйефе күтәренке, күңеле көр ине.Сөнки был тормошта иҫән – һау булыуҙан да ҙур бәхет юҡлығын белер өсөн ауырыу аша үтеү ҙә аңлата ҡайһы берҙә.)
- Ә һин тағын бер сирҙе урап үтәһең әле, әгәр ҙә йыбанмайынса барыһын да ғүмер буйы яһап торһаң.
- Ниндәй сир?
- Хәҙерге ваҡытта иң күп таралған рак сиренең төрө - рак предстательной железы.Уға иң күп операция яһала икән.Элек ул сир бик һирәк булған. Хәҙер ултырып эшләй торған, бына һинең кеүек машинала ғына ултырып йөрөүсе ирҙәр һаны күбәйгән һайын, ул сир ҙә арта. Көнө буйы эштә ултыра, ҡайтып ашай ҙа йә диван, йә компьютер алдында тағын ултыра күберәге. Билдән түбән ҡан әйләнеше насарая, унда ла торғонлоҡ тигән нимә барлыҡҡа килә. Ә ҡан әйләнеше насарайған тәндең өлөшөндә теләһә ниндәй ҙә сир үрсей. Әле үҙеңә рәхмәт әйтер көндәрең алда.
Ул мине йәшәгән еремә хәтле илтеп, аҡса ла алмай китте.Изгелеккә изгелек менән яуап бирә белеүе ҡыуандырҙы.
- Рәхмәт,апай.
- Аллаһы Тәғәләғә рәхмәт.Һиңә ярҙам иткеһе килгән. Мине һинең юлыңа сығарған. Һиңә зиһен биргән. Үҙеңә рәхмәт. Бүтәндәргә ярҙам итеп ни хәтле һауап алып йөрөйһөң.
Эйе, сәләмәт тәндә - сәләмәт рух.Был лозунг беҙ йәш саҡта уҡ бик күп спортзалдарында эленеп тора ине.Ярыш байрамдарын биҙәй ине.ГТО нормаларын тапшыра инек.( Эштән компьютерға инеп, ГТО НОРМАЛАРЫН ТАПШЫРЫРҒА ҠУШТЫЛАР БЫЙЫЛ. Әҙәм көлкөһө. Ул да тестированиеға ҡалған. Һорауҙарға яуап бирҙем дә, ГТО тапшырҙым. УИН – ГТО тип инәһеңдә, үҙеңдең номерың була.Шул номерҙы эштәге администрацияға әйтәһең. Йүгерҙем дә. Саңғыла ла шыуҙым виртуально.Вәт замана.) Ә беҙ мәктәптә уҡығанда, дәресләр бөткәс, ҡайтып ашап кире килә инек, спортзалдарынан сыҡмайынса волейбол, баскетбол уйнай инек. Уҡытыусылар ҙа мәш килә ине беҙҙең менән. Ундай хәлдәр бармы икән? Хужалыҡтарҙа күпме эш эшләй инек. Геморрой сығарып ултырырға компьютер, планшет,смартфон да булмаған.Аллаға шөкөр тиһәм, мине аңламаҫтар ҙа бәлки.
Сәләмәтлек булһа эшләүе лә, йәшәүе лә күңелле. Тик ҡайһы берҙә уйҙы әҙ генә үҙгәртеп, бороп ебәрһәң, үҙеңдең хәлеңде аңларлыҡ белем йыйырға тырышһаң, бик күп бәләләрҙе урап үтергә була. Ул саҡта инде, атҡан таңды шат күңел менән ҡаршы алып, бәрәкәтле итеп үткәрерлек көс, ҡеүәт тә була тәндә.
Геморройҙы дауалауға шулай уҡ һөлөктәр ҙә бик ныҡ ярҙам итә. Уны үҙ эшен яҡшы белгән гирудотерапевт янына барып тейешле еребеҙгә ҡуйҙыртыу мөһим. Хатта ҡайһы берҙә бер йәки ике процедура етә. Бының өсөн гирудотерапевт янына барырға һәм кәңәшләшеп ҡуйырға ғына кәрәк. Бер йылды иптәшем бик ауыр тимер стеллажды күсерәм тип геморрой сығарҙы. Бер ике көн интегеп йөрөнө, ишеттек тә һөлөк ҡуйҙырттыҡ. Бер ҡуйыу етте.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: