Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Декабрь 2020, 00:41

Сөгөлдөр квасы ҡатын-ҡыҙҙарға файҙалы

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа онкология сире булмаһын өсөн, халыҡ табиптары уларға сөгөлдөр квасын эсергә кәңәш итә. Ул шулай уҡ организмды шлактарҙан таҙарта, юғары ҡан баҫымын төшөрә, бауырҙы,ҡан тамырҙарын таҙарта. Уны нисек әҙерләргә?

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа онкология сире булмаһын өсөн, халыҡ табиптары уларға сөгөлдөр квасын эсергә кәңәш итә. Ул шулай уҡ организмды шлактарҙан таҙарта, юғары ҡан баҫымын төшөрә, бауырҙы,ҡан тамырҙарын таҙарта. Бының өсөн 500 гр сөгөлдөр, 3 литр һыу, 50 гр ҡара икмәк, 10 гр сөпрә, 100 гр шәкәр ҡомо кәрәк буласаҡ. Сөгөлдөрҙө йоҡа телемләп турайбыҙ ҙа һыуға һалып бешерәбеҙ. Һыу сөгөлдөрҙө ҡапларлыҡ ҡына булһын. Бешеп сыҡҡас, сөгөлдөрҙө һөҙөп алабыҙ. Һурпа өҫтөнә ҡалған һыуҙы ағыҙабыҙ. Әлеге һыу ҡайнап сыҡҡан һәм йылымыс булырға тейеш. Уға ҡара икмәк, шәкәр, сөпрә һалабыҙ һәм бер-ике көн ҡараңғы урында тотабыҙ. Һуңынан квасты һөҙәбеҙ, һыуытҡыста тотабыҙ. 2-се ысул: - 1 эре сөгөлдөр, - 2 л һыу (ҡайнап һыуытылған йә иһә таҙартылған), - 4 аш ҡалағы шәкәр, - 1 телем ҡатҡан арыш икмәге. Йыуып таҙартылған сөгөлдөрҙө ваҡлап турап өс литрлы банкаға һалырға, һыу һалырға, икмәк, шәкәр өҫтәргә. Марля мелән ҡаплап өс тәүлеккә ҡараңғы урында тоторға. Һөҙөп һыуытҡыста һаҡларға. Көнөнә 3 тапҡыр икешәр аш ҡалағы ашар алдынан 30 минут ҡалғас эсергә.
Фото Интернеттан алынды.