Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Декабрь 2020, 14:00

Ирекмәндәр – көслө хистәрҙең сағыу миҫалы

Ҡала паркында Халыҡ-ара ирекмәндәр көнөнә ҡарата матур сара үтте. Үҙенсәлекле байрам ҡышҡы һалҡын көнгә күңел йылыһын өҫтәп, уны сағыуландырып ебәрҙе...

Ҡала паркында Халыҡ-ара ирекмәндәр көнөнә ҡарата матур сара үтте. Үҙенсәлекле байрам ҡышҡы һалҡын көнгә күңел йылыһын өҫтәп, уны сағыуландырып ебәрҙе.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тантананы асып былай тине: “Баймаҡ ирекмәндәренең эшен баһалап бөикөһөҙ. Улар илгә ауыр мәл килгән ваҡытты алдынғы рәттә булып, ололарға, мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙҙы. Бөгөн беҙ һеҙгә бар халыҡ исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ”.
Артабан Фәнис Ғәбдрәшит улы Илгизә Байсурина, Хәлиҙә Фазлыева, Айгөл Йосопова, Юлиә Әбдрахманова, Илгиз Әхмәтов, Зөлфиә Ҡарасуринаға Башҡортостан Республикаһы ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереү ресурс үҙәгенең, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Арыҫлан Ғәҙелшин, 2-се мәктәп уҡыусылары Полина Козлова, Кристина Матвеева, Ангелина Матвеева ирекмәнлек үҙәгендә әүҙем эшләп, район хакимиәте башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Пандемия мәле кешеләрҙең иң көслө сифаттарын йәмғиәткә сығарҙы. Ирекмәндәр нәҡ ошо күренештең сағыу миҫалы.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: