РФ Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко киләһе йылда тәү медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүгә оло иғтибар биреләсәген белдерҙе. Был йәһәттән махсус модернизациялау программалары ла ҡарала. Шул уҡ ваҡытта был яңы программаларҙың күпмелер өлөшө быйыл уҡ тормошҡа ашырыла башланы. Мәҫәлән, медицина транспортын алыу. Был йәһәттән Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте лә бер нисә машина алып һөйөндө.
Мәғлүм булыуынса, тәү медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектына ла индерелгән. Был милли проект халыҡтың ваҡытында медицина тикшереүе, диспансеризациялау үтеү, медицина учреждениеларын заманса йыһазландырыу, табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Ә инде тәү ярҙамдың ваҡытында килеп етеүе һәм унда иң ауыр ваҡытта ла юғалып ҡалмаған медицина хеҙмәткәрҙәре эшләүенең ни тиклем мөһим булыуын һәр кем аңлайҙыр, моғайын. Пандемия шарттарында аҡ халатлыларға эш күбәйҙе, шул уҡ ваҡытта күпселек кешеләрҙең дә һаулығына хәстәрлекле ҡарашта була башлауы һөйөндөрә.
Гүзәл Салихова.
Ссергей Медведев фотоһы/ТАСС.