Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Ноябрь 2020, 17:05

Күгәректән һаҡланығыҙ!

Күгәрек – бәшмәктең бер төрө, спораларҙан үрсей. Улар ашҡаҙан-эсәк трактына эләккән осраҡта дисбактериоз, аҙыҡ аллергияһы тыуҙырырға мөмкин. Ҡайһы бер төрҙәре организмда онкология сирҙәрен барлыҡҡа килтереүсе канцероген мәтдәләр туплауға ла сәбәпсе була.

Күгәргәндән һаҡланығыҙ!
Күгәрек (плесень) теләһә ҡайҙа осрарға мөмкин. Ул ҡайнатма, консервалар өҫтөндә, икмәктә үҫә башлай. Ҡайһы саҡта уны алып ҡына ташлап, ҡалғанын ашайҙар. Ләкин был ҙур хата.
Күгәрек – бәшмәктең бер төрө, спораларҙан үрсей. Улар ашҡаҙан-эсәк трактына эләккән осраҡта дисбактериоз, аҙыҡ аллергияһы тыуҙырырға мөмкин. Ҡайһы бер төрҙәре организмда онкология сирҙәрен барлыҡҡа килтереүсе канцероген мәтдәләр туплауға ла сәбәпсе була.
Күгәректәр бәшмәктәрҙең төрөнә ҡарап, күгерәк һары, һары, ҡара, йәшел төҫтә була. Шулар араһында иң ағыулыһы – һары күгәрек. Ул көслө ағыу – афлатоксин бүлеп сығара. Организмда тупланғанда, ул бауыр рагын барлыҡҡа килтерә. Ғәҙәттә, ундай күгәрек сәтләүектәрҙә, балыҡ, һөт ризыҡтарында, дөгөлә үҫергә ярата.
Күптәр күгәргән ризыҡты бешереп бөтөрөргә була, тип иҫәпләй. Ләкин улар юғары температурала ла тарҡалмай. Күгәрек аҙыҡ-түлектең тышында ғына үҫкән кеүек күренһә лә, бүленгән ағыуы төпкә үтеп инә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың еҫе, тәме, консистенцияһы ла бөтөнләй үҙгәрмәҫкә мөмкин. Шуға күрә лә, аҙ ғына күгәрә башлаған ризыҡты ла ашарға ярамай. Йәлләһегеҙ ҙә ташлағыҙ. Сәләмәтлек ҡиммәтерәк.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: