Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Ноябрь 2020, 01:20

Бар ауырыуға дарыу үҙебеҙҙә

Һаумыһығыҙ минең ҡәҙерле дуҫтарым! Үҙемдең белгәнем, атайым мәрхүмдең яҙып ҡалдырғандары менән хәҙерге ауыр коронавирус ваҡытында бүлешмәү гонаһтыр тип уйлайым. Мине атайым бик күп ауырыуҙарҙы өшкөрөп, дауалай ине. Хәҙер генә уның шул хәтлем көслө дауалаусы булыуын аңлайым. Тағы ул бик Мөжәүер хәҙрәт менән бик дуҫ ине... (Дауамы сайтта)

Һаумыһығыҙ минең ҡәҙерле дуҫтарым! Үҙемдең белгәнем, атайым мәрхүмдең яҙып ҡалдырғандары менән хәҙерге ауыр коронавирус ваҡытында бүлешмәү гонаһтыр тип уйлайым. Мине атайым бик күп ауырыуҙарҙы өшкөрөп, дауалай ине. Хәҙер генә уның шул хәтлем көслө дауалаусы булыуын аңлайым. Тағы ул бик Мөжәүер хәҙрәт менән бик дуҫ ине. Аралар йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан , йыш ҡына уның янына барыр ине. Бер ваҡыт, иртәнсәк торҙо ла, юлға йыйнала башланы. Әсәйемә: “Төшөмдә Мөжәүер хәҙрәтте күрҙем. Теге доньяға йыйналам-тип, тиҙ килеп етергә ҡушты!”-тип шул сәғәттә үк юлға йыйналды. Шулай итеп, Мөжәүер хәҙрәтте ахырғы юлға оҙатып ҡайтты. Атайымдың ҡайһы бер һүҙҙәренән көлә инек. Сөнки ул хәҙерге интернет заманын белгән бит! “Ахры заман алдынан ,кеше шул хәтлем алға китер, әллә генә ҡайҙа булһалар ҙа, бер-береһе менән, бына беҙ һөйләшеп ултырған кеүек, күреп, һөйләшерҙәр!”-тип, “Аллаһы Тәғәлә һаҡлаһын!, Балалар һеҙ бик ауыр заманаларға килдегеҙ !-тигән һүҙҙәренән көлөп ҡарай инек. Ул бит, ошо короновирус тураһында ла әйткән! “Кеше бер-береһенең тыныуынан ҡурҡып, ауыҙҙарын ҡаплап йөрөр! Беҙҙең башҡорт халҡының дарыуҙары күп, тик хәҙер кеше аптекка югерә! Ә бына баштарына төшкәс кенә тәбиғәттән эҙләрҙәр! Был ваҡыттарҙа күп кенә шифалы үләндәр юҡҡа сыҡҡан булыр!”-тигән һүҙҙәре иҫтә ҡалған. Ҡайһы берҙә Хөснә апайым менән һөйләшеп ултырабыҙ ҙа, ул күберәк, атайым менән ҡәрсәйем Һөйәрбикәнең үлән, өшкөрөү менән дауалағанын һөйләй. Минең бәләкәй ҡыҙым Ильмира врач. Аллаһы Тәғәләнән-тип уйлайым. Уның әйтеү буйынса, иң ҙур дарыу коронавирустан беҙҙең ҡорот, айран һәм ҡымыҙ! Ни өсөн тейһегеҙме? Беҙ уларҙы әҙерләгән ваҡытта иң үпкәгә кәрәкле булған кислород менән болғатып, туҡландырабыҙ! Шулай уҡ, ҡорот яһағанда беҙ уны һыпырып кислород менән тәьмин итәбеҙ. Айран бешкәндә лә, шул уҡ кислород менән тәьмин ителә. Әсәйем мәрхүмә көбөсәктә айран бешкәндә, матур һүҙҙәр һөйләп, теләктәр теләп ултырыр ине. Күптәр ауылдарҙа һыйыр тота. Һеҙ күбек майы әҙерләй беләһегеҙме? Атайым ҡаҙ майы менән үпкә ауырыуын, дауалай ине. Беҙ юткерә башлаһаҡ, йылы һөткә бер ҡалаҡ иретелгән ҡаҙ майы, бал, һары май һалып, бер сынаяҡ эсерә лә, ҡаҙ майы менән ыуып, йоҡларға һалыр ине. Иртәләп температура ла, йөткөрөү ҙә, әллә ҡайҙа булыр ине. Тағы ҡаҙ майының файҙаһын мин үҙем бик ныҡ күрәм. Ҡаҙ майын һыу эсендә иретеп, эҫе көйө дегәнәк тамырына ирәүән тамырын, андыҙ тамырын, чистотел тамырын, бәпембә, хрен, йөҙ тамыр( ҡаҙаяҡҡа оҡшаған) ете төрлө үлән тамырҙарына шул майҙы һалып, 10 көн ҡараңғы урынға ҡуям. Аҙаҡ барыһында бергә бутап, мунсанан һуң тәнемде ыуам. Ҡаҙ майы хатта реадиацияны ла үткәрмәй. Аллаға шөкөр, кароновирус менән ауырыған кешеләр араһында йөрөнөм, мине Аллаһы Тәғәләм һаҡлай! (Һаҡланғанды һаҡлармын!-тигән) Яҙ етһә тағы ниндәй үләндәрҙе йыйып, ҡаҙ майы менән ҡомға күмеп нисек итеп дарыу яһарға өйрәтермен.
Автор - Рәхимә Вәлиуллина.
Читайте нас: