Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Ноябрь 2020, 18:46

Температураны төшөрөргә яраған һәм ярамаған саҡтарҙы нисек айырырға?

Юғары температура зарарлы вирус һәм бактерияларҙы үлтерә. Врачтар ҙа ауырығанда температураны төшөрмәҫкә, организмға уға ҡаршы көрәшергә ирек бирергә ҡуша. Ләкин һис шикһеҙ төшөрөргә кәрәкле ваҡыттар ҙа бар. Мәҫәлән,37-37,4 градуста...

Юғары температура зарарлы вирус һәм бактерияларҙы үлтерә. Врачтар ҙа ауырығанда температураны төшөрмәҫкә, организмға уға ҡаршы көрәшергә ирек бирергә ҡуша. Ләкин һис шикһеҙ төшөрөргә кәрәкле ваҡыттар ҙа бар.

37-37,4 градус. Был температураның ауырыу билдәһе булып тормаҫҡа ла мөмкин. Спорт менән шөғөлләнгәндән, мунса төшөп сыҡҡас, стрестан, ҡатын-ҡыҙҙың айлыҡ циклы ваҡытында гормональ үҙгәрештәрҙән дә күтәрелеүе ихтимал. Шуныһы ла бар, һалҡын тейгәндән һуң, юғары булмаған тән температураһы һаҡланыуы мөмкин.

37,5-38 градус. Һалҡын тигеҙеп ауырығанда, был температураны төшөрөргә кәрәкмәй. Хатта йөрәк сире булған, ҡан тамырҙары киңәйгән кешеләргә лә. Ә инде ауырымағанда, тик торғандан температура күтәрелә ҡалһа, терапевты саҡыртығыҙ.

38,1-38,5 градус. Һалҡын тейгәндә төшөрмәҫкә лә мөмкин. Әммә йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуы булмаған осраҡта ғына. Тән ҡыҙыуы менән бергә башт та ҡаты итеп ауыртһа, ҡан баҫымы уйнай башлаһа, тән тартышһа, температура төшөрә торған дарыу мотлаҡ эсергә кәрәк. Ләкин тейешле дозаны арттыра күрмәгеҙ. Юҡһа, бауыр һәм бөйөрҙәргә ауырлыҡ киләсәк.

38,6 градус һәм унан юғары температураның организмдың яуыз дошманы, тиергә лә мөмкин. Беренсе һөжүм йөрәккә яһала. Бик тырышып эшләгәс, йөрәк мускулында кислород ҡытлығы башлана. Шуның арҡаһында инфаркт булыуы мөмкин. Нерв системаһына һөжүм итеп, тәндәге эҫелектән тән тартыша, баш мейеһе шешенә, тын алыуы ауырлаша.

39 градустан юғары температура өс тәүлектән ашыу төшмәй торһа, ҡан ойошоуҙан кешенең үлеүе лә ихтимал. Был ҡурҡыныс температураны тәүлек әйләнәһенә төшөрә алмаһағыҙ, мотлаҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ.

6 йәшкә тиклемге балаларҙың тән температураһы бик тиҙ арала 38 градусҡа күтәрелә. 10 йәшкә етмәгән балала температура менән берлектә ҡоро йүтәл булһа, оло кеше лихорадка ваҡытында ҡоҫһа, насар күрә башлаһа, елкә мускулдары ҡатһа, эсе ауыртһа - “Ашығыс ярҙам” талап ителә.

Тән температураһының норманан түбән булыуы ла ихтимал. Мәҫәлән, 34,9 - 35,8 градус икән, ти. Артыҡ күп эшләп, арыуҙан да, иммунитеттың түбән булыуы, ҡалҡан биҙенән дә, диабеттың башланғыс стадияһынан да шулай булыуы ихтимал. Был осраҡта ла врачҡа мотлаҡ күренергә кәрәк.

Читайте нас: