Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Ноября 2020, 16:11
Ни өсөн ҡулдар һәм аяҡтар беренсе булып өшөй?
Һыуыҡ булған өсөн генә түгел. Башҡа сәбәптәре лә бар. Ниндәй?
Добавить в предпочтительные источники Google
Аяҡтар беренсе булып өшөй. Нимә эшләргә?
Йыш ҡына беҙҙең аяҡтар беренсе булып өшөй. Был нормаль күренеш. Иҫән ҡалыу механизмы шулай эшләй – ҡулдар һәм аяҡтар һәр ваҡыт беренсе булып өшөй.
Һыуыҡта ҡан эске органдарҙа туплана, ә ҡан тамырҙары ағзалар осонда ҡала. Шулай итеп, тән әкренерәк һыуына һәм үҙ эсендә йылыны тотоп тора. Ләкин ҡайһы бер кешеләрҙең ҡулдары һәм аяҡтары йылы өйҙә булған осраҡта ла өшөй. Был нимә тураһында аңғарта?
Сәбәптәре төрлөсә:
Борсолоу һәм стресс кисергәндә. Бындай ваҡытта ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Иң беренсе, әлбиттә, ҡулдарҙа һәм аяҡтарҙ.
Йоҡо туймағанда. Бындай ваҡытта организмда матдәләр алышыныуы боҙола. Шуға ҡан әкренерәк йөрөй.
Аяҡтар өшөүенең иң киң таралғаны сәбәбе – ҡан әйләнешенең дөрөҫ булмауы.
Гемоглабиндың түбән булыуы.
Гипотериоз – киң таралған ауырыу. Уны тәүге стадияларында асыҡлау ауыр. Бындай осраҡта кешелә тиҙ арыу, хәлһеҙләнеү, шешенеү, тән тиреһенең ҡоро булыуы, аяҡтар өшөүе хас.
Диабет. Был ваҡытта ҡанда глюкоза арта, ҡан тамырҙары ҡыҫыла.
Бөйөр ауырыуы. Был осраҡта кеше шешенә һәм ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Шунлыҡтан кеше өшөй.
Анорексия. Ашауҙан баш тартҡан кешелә май өатламы юҡҡа сыға. Шуға ла ул тиҙ өшөксәнгә әйләнә.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"