Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ноябрь 2020, 02:15

Йоҡо ҡағиҙәләре

Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлайым, тиһәгеҙ, был кәңәштәргә мотлаҡ ҡолаҡ һалыу кәрәк.


ЙОҠО ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
Тәбиғәт ҡушҡанса кискеһен йоҡлағыҙ. Йөҙ түбән һәм салҡан ятмағыҙ, бер яҡҡа ятығыҙ. Сөнки тәүге ике рәүештә ятыу ҡурҡыныс төштәр күреүгә сәбәп була
Йоҡо ваҡытын тәртипкә һалығыҙ' Туғыҙ йәки ун сәғәттән дә ҡалмай ятып, биштә йәки алтыла тороғоҙ. Йоҡоғоҙ бөткәндән һуң ятмағыҙ, кәрәккән йоҡоно ла ҡалдырмағыҙ. Сөнки йоҡо ҡалдырыу ашҡаҙан һәм аҡыл ауырыуҙарына, аҙаҡтан нервы ауырыуҙарына килтерә.
Ҡарттарға - биш, утыҙ йәштән юғары булғандарға алты, йәштәргә - һигеҙ, бәләкәйҙәргә 10 сәғәт йоҡларға тәҡдим ителә.
Йоҡлағанда өҫтөгөҙгә берәй нәмә ябынып ятығыҙ, һалҡындан һаҡланығыҙ, һауа йөрөгән һәм еүеш урындарҙа ятмағыҙ. Тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ.
Мәжбүри хәл тыумаһа, бер бүлмәлә күмәкләп йоҡламағыҙ, йоҡлаған ерҙә сәскәләр һәм гөлдәр булмаһын. Ҡайғылы йәки бик шатлыҡлы ваҡыттарығыҙҙа йоҡламағыҙ.
Йоҡлағанда тар кейемдәрегеҙҙе сисегеҙ. Ҡыҫҡан урындарын бушатып, ҡан хәрәкәтен тотҡарлатмаҫлыҡ итеп ҡуйығыҙ.
Йоҡлағанға тиклем һәм һуңынан йоҡо бүлмәләренең тәҙрәләрен асып, һауаһын яңыртығыҙ.
Ризаитдин Фахретдинов.
Читайте нас: