Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ноябрь 2020, 00:25

Һаулыҡмы? Аҡсамы?

Элек бәләкәй балаларҙа кендектә генә бүҫер була ине. Баҡыр биш һум аҡсаны бәйләп ҡуялар йәки өшкөрөүсе инәйҙәр янына барып өшкөртөп бөтөрәләр ине. Хәҙер ике кешенең береһендә то билдә, то муйында, то күкрәк өлөшөндә умыртҡалыҡ һөйәгендә сыға башланы. Бик этләнә күбебеҙ. Баҡыр биш һум аҡсалар ҙа юҡ инде, булһалар ҙа ярҙамы теймәҫ ине моғайын. Сәләмәтләнеүҙең төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Бәлки минем яҙмам да ошо юлдарҙы эҙләүселәргә яҙам итер...

Элек бәләкәй балаларҙа кендектә генә бүҫер була ине. Баҡыр биш һум аҡсаны бәйләп ҡуялар йәки өшкөрөүсе инәйҙәр янына барып өшкөртөп бөтөрәләр ине. Хәҙер ике кешенең береһендә то билдә, то муйында, то күкрәк өлөшөндә умыртҡалыҡ һөйәгендә сыға башланы. Бик этләнә күбебеҙ. Баҡыр биш һум аҡсалар ҙа юҡ инде, булһалар ҙа ярҙамы теймәҫ ине моғайын. Сәләмәтләнеүҙең төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Бәлки минем яҙмам да ошо юлдарҙы эҙләүселәргә яҙам итер. Ваҡыт булғанда тағын өҫтәп яҙырмын.

Мейрам яҫтығы.

Яҫтыҡ тип уҡығас уҡ йоҡлағанда рәхәт иттереп баш аҫтына һалып йоҡлай торған әйбер күҙ алдына килә. Тик Мейрам яҫтығының тәмле төштәр күреп йоҡлай торған яҫтыҡтар менән бер уртаҡлығы юҡ.Беренсенән ҡаҙ мамығынан, дөйә йөнөнән яһалмаған, ә ағастан, икенсенән уны һалып йоҡлаһаң, тәмле төштәр күреп йоҡлау насип булмай, сөнки ул ҡаты. Ә шулай ҙа ул бөгөнгө көндә һәрбер ғәиләлә булырға лайыҡлы әйбер. “Ҡыҙыҡ икән,- тейерһегеҙ, неужели ағастан яһалған яҫтыҡҡа көнөбеҙ ҡалды,”- тип.
Ҡалды шул!!! Бының сәбәбе – умыртҡалыҡ һөйәгенә бәйле сирҙәрҙең ныҡ күбәйеүе. Бигерәк тә бил өлөшөнә бәйле бүҫер, ҡыҫылыу, ҡуҙғалыу, ҡатып ҡалыу, торғонлоҡ һәм башҡа ғәләмәттәр. Был замана сире әзмәүерҙәй ир – атты ла, нәфис гәүҙәле ҡатын –ҡыҙҙы ла ғазапланыуҙарға, интегеүҙәргә еткерә. Ул бик күптәрҙең йәшәү рәүешенә аяҡ салып ҡына ҡалмай, бөтөнләйгә инвалид арбаларына, операция өҫтәлдәренә, атлай алмай ҡалыуҙарға еткереп тора.Хатта яҡты доньялар менән хушлаштыра.Йәшкә, ҡартҡа ла ҡарамай башланы.Уның йәтмәһенә эләккән кешеләр тормошта рәхәтләнеп хәрәкәтләнеү, эйелеү – бөгөлеү, һикереү, йөгөреүҙе онотоп йәшәргә мәжбүрҙәр. Ең һыҙғанып эшләргә, ергә аяҡ киреп баҫып атлап йөрөргә, ғәилә эштәренең иң ауыр өлөшөн үҙ елкәләрендә күтәрергә тейешле ирҙәр хатта бәләкәй бала хәлендә ҡалалар. Шулай уҡ ғәилә усағында көнө буйы ҡайнарға, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эште башҡарырға тейешле ҡатын – ҡыҙҙарға ла төп вазифаларын үтәргә ҡамасаулай башланы.
“Башыңа төшһә башмаҡсы булаһың,”- тей халыҡ мәҡәле. 25 йыл элек тирәһе миңә, урыҫса әйткәндә, бик неудачный массаж яһанылар. Мин ул хатаны аңлар өсөн, массажист һөнәрен үҙләштерҙем. Курсын бөттөм, рекомендациялар аша бик яҡшы массажисты таптым, уға практикаға йөрөп өйрәндем. Ә массажист белемен тәрәнерәк белеү өсөн тән төҙөлөшен өйрәнә торған фән – анатомияны һәм тәндең йәшәүгә һәләтлелеген өйрәнә торған - физиологияны яңынан аҡтарҙым, умыртҡалыҡ һөйәгәнең төҙөлөшен, ундағы һәр мускулдың тәғәйенләнешен өйрәндем. Ә баштағы белемде ҡулланмай тороу мөмкин түгел. Мин ваҡыт булғанда 20 йылға яҡын массаж яһаным. Был реклама түгел. Мин быйыл массаж яһауҙан туҡтаным. Йәш бара. Ваҡыт етте туҡтарға. Шул тәжрибәне йомғаҡлап яҙам. Бәлки кемдәргәлер файҙаһы тейер.
Ә мин өҫтә һанап киткән умыртҡалыҡ һөйәгендәге барлыҡҡа килгән төрлө сирҙәрҙең сәбәптәрен тарихтары яҙып кителәсәк геройҙарҙың яҙмышы аша сағылдырырмын. Уколдар һәм дарыуҙар күп осраҡта ярҙам бирмәйҙәр. Ә бына “Кем үҙен үҙе дауалаған – ул табиб,”- тигән мәҡәл бар. Уларҙың үҙ тәндәрен аңлауҙары, йыбанмайынса күнегеүҙәр менән шөғөлләнеүҙәре, ябай ғына әйбер – Мейрам яҫтығының мөғжизәләре тураһында яҙып киткем килә.
Мейрам яҫтығы тураһында интернетҡа инеп “Подушка Мейрама” тип уҡырға була. Видеола Мейрам үҙе бик ентекләп үҙенең нисә йылдар грыжа менән интегеүен, таяҡҡа таянып бик күп илдәрҙә бик күп аҡсалар түгеп дауа эҙләүен һөйләй. Ҡытайҙа ла, Украинала ла... Дауалауҙар бер файҙа ла бирмәй тейерлек. Меңәрләгән долларҙар юҡҡа китә. Әммә интегеүҙәрҙең бер файҙалы яғы була. Ул үҙенә нисек ярҙам итергә тип ныҡлап уйлана. Асыштар шулай килеп сыға ла инде был доньяла. Ул барыһын да күҙ алдына килтереп, үҙенең хәленә анализ яһап бер ҡарарға килә. Был ҡарарҙың нәтижәһе булып доньяға ошо Мейрам яҫтығы барлыҡҡа килә. Ошо яҫтыҡ уға нисә йылдар буйына интегеп, бер илдән икенсе илгә йөрөп эҙләгән сәләмәтлекте бер ай тигән дә бүләк итә. Тулыһынса аяҡҡа баҫып йәшәп ята был яҫтыҡтың авторы һәм инде меңәрләгән кешеләр уның файҙаһын күреп йәшәйҙәр. Ул уны нисек дөрөҫ ҡулланырға икәнен, ниндәй күнегеүҙәр яһарға икәнен тәфсилләп аңлата. Шуның өсөн мохтаж кеше был видеоларҙы бик ентекләп ҡарап, үҙенә ярҙам итерлекме – түгелме икәнен үҙ хәленән сығып, дөрөҫ итеп ҡулланырға өйрәнергә мотлаҡ тейеш!!! Ишеттем дә ҡуллана башланым түгел. Сөнки бары тик кеше үҙе аңлағанда үҙ хәлен, дөрөҫ билге ҡуйғанда ғына дөрөҫ дауалау һайлана. Ә бына түбәндәге яҙып кителәсәк геройҙарҙың яҙмышын был мендәр үҙ аяҡтарында ныҡлы баҫып, рәхәтләнеп эйелеп – бөгөлөп йәшәргә ярҙам итеп ебәрҙе тип яҙырға була.
Умыртҡалыҡ һөйәгендәге сирҙәрҙең сәбәптәренән башлайыҡ.
1. Мускулатураң күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡты күтәреү. Рәмилә училищегә уҡырға ингәс, беренсе физкультура дәресендә ГТОны тапшырғанда гер күтәргән. Мин әлбиттә был хәлде аңлап бөтөрә алманым. Был нетренированный ҡыҙ балаға нишләп физрук быны рөхсәт иткәндер.Ошо хәл был ҡыҙҙың яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп ҡуя. Ул биле ауыртып өйгә ҡайта, бөгөлә лә алмай.Төрлө тикшереүҙәр үткәс, ҡыҙҙың билендә (грыжа) бүҫер табалар. Табиб хәстәхәнәгә ятырға юллама бирә. Ун көн уколдар һалғас, дарыуҙар эскәс был ҡыҙ аяҡтарын көскә һөйрәп атлап йөрөй башлай. Бил ауыртыуы онотола, сөнки аяҡтар бик ныҡ ауырта башлай.Яҡын арала операция тәғәйенләнә. Бына ошонда инде әней - әтей хәүефкә ҡала. Нисек инде? Бил менән ятты, ә аяҡтар ауырта башланы? Операция билгә яһала, ә аяҡтарҙың ауыртыуын нисек бөтөрөргә? Һ.б. һорауҙар. Хәстәхәнәгә барып ҡарағас, шуныһы асыҡланды. Ҡыҙҙың күт битенә яһалған уколдар уҡмашып ҡатҡандар ине. Улар аяҡтарға бара торған нервыларҙы, мускулдарҙы ныҡ ҡыҫҡандар. Бил ауыртыуы янына аяҡтар килеп ҡушылған. Кем ғәйепле икәнен асыҡларға ваҡыт юҡ ине. Ҡыҙ бик аҡыллы булып сыҡты. Грыжа ҙур түгел, уны Мейрам яҫтығы һәм күнегеүҙәр менән дауалап булыуын, ә бына күттәге уҡмашҡан уколдарҙы рассосать иттерер өсөн кәрәсин компресстары ҡуйырға һөйләштек. Бер айҙан был ҡыҙ тулыһынса аяҡҡа баҫты. Бының өсөн ул Мейрам яҫтығын ҡулланыу методикаһын өйрәнде, ҡулланды,уның янына Бубновскийҙың күнегеүҙәрен дә ҡушып, үҙен - үҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Һығымта – көсөң еткән хәтлем генә ауырлыҡ күтәреү зарур.
2. Икенсе сәбәп – бөтөн тәндәге мускулатураның һәрваҡыт нығытылып тормауы. Бигерәк тә ир – аттарға ҡағыла. Ултырып тороу, бер позала баҫып тороп эшләү – былар барыһы ла мускулдарҙың көсһөҙлегенә еткерә. Мускулдарға тейешле ауырлыҡ умыртҡалыҡ һөйәгендәге дискларға тура килә, улар ҡыҫыла һәм ядроһы һытылып, шыйыҡса сыға. Ул ҡырыйға сығып, нервты ҡыҫа. Ошо еп хәтлем генә нервтың ҡыҫылыуы ғәжәп ауыртыуҙар бирә. Хатта аяҡтар һиҙмәй башлай, параличтарға хәтлем еткерә. Һығымта – көн һайын бөтөн тәндең мускулатураһын нығытып торорға мотлаҡ кәрәк. Шулай итмәһәң кеше теләһә ниндәй ауырлыҡтағы ла грузды һөйәктәре менән күтәрә башлай.Сөнки мускул юҡ йәки көсһөҙләнгән. Ә бөтөн һөйәктәр мускулға беркетелеп тора. Аҫылынып тейергә була!!!
Рамис исемле оҙон буйлы, ҡаҡса гәүҙәле егет, өскә бөгөлөп тигәндәй килде. “Апай, минем кәүҙәмде турайтырлыҡ та рәтем юҡ. Дарыуҙар ҙа эстем, уколдар ҙа алдым. Әҙерәк баҫылған һымаҡ булды, тик кисә - бөгөн кәрәкте бирә бил. Аяҡтарыма әсетеп төшә. Түҙ генә!” 12шәр сәғәт төҙөлөш тауарҙары кибетендә эшләүен, ярты сәғәт төшкө ашҡа ваҡыт бирелеүен, хатта ултырыу түгел, һөйәлеп тә торорға ярамай икәнен һөйләне. Бөтөн ерҙә камералар.Көскә эш көнен үткәреүен, аптырап бөгөн эштән минем янға килеүен һөйләне. ( Замана!!! Тәнде, йәнде ора торған эштәр барлыҡҡа килде. Профком да юҡ, профилакторийҙар ҙа юҡ. Бөгөн бөгөлдөң, иртәгә һинең урынға тағын берәү бөгөлөргә килеп баҫа урыныңа.) Арҡа кәкерәйеп кенә түгел, умыртҡалыҡ һөйәге бер яҡҡа ауышып киткән. Мускулатура түгел, мысҡылатура ҡалған. Күт биттәренә ите йәбешеп бөткән тейерлек. Әйбәтләп һүктем! Кеше нишләп үҙен шул дәрәжәлә хөрмәт итмәй! Белмәйем, иртәнсәк иртәрәк тороп, күнегеүҙәр яһау, ял көндәрен дә бөтөн мускулатураны ҡуҙғалтып, физзарядка яһау, һ.б. юлдар барҙыр инде. Ярар, үҙең теләп һинең һаулығыңды бер тамсы ла ҡайғыртмаған кешегә хеҙмәт итергә ялланғанһың икән, үҙеңде – үҙең ҡайғырт. Ике малайын алып ҡатын сығып киткән. Сирле ҡатын иргә, сирле ир ҡатынға кәрәкмәй башлаған замана бит хәҙер. Туҡта әле, әйҙә бергәләп разбираться итәйек, юлын әмәлен табайыҡ тейеүселәр кәмеп бара. Шуның өсөн үҙебеҙҙе был хәлгә еткерергә тейеш түгелбеҙ.
Нимәләр эшләнек һуң? Әйбәтләп массаж яһау, көндәлек күнегеүҙәр яһай башлау, билдең ялҡынһынғанын бөтөрөү өсөн кәрәсин менән компресс ҡуйыу, бер рәттән Мейрам яҫтығын ҡулланыу... Турайып, ҡәҙимге әҙәм рәтенә килде инде был егет. Тик артабан ошондай хәлгә ҡалмаҫлыҡ аҡыл индеме, юҡмы әйтә алмайым. Тапҡан аҡсаңдың рәхәтен күреп йәшәргә теләк беренсе урында торорға тейеш. Эшкә лә йөрөргә кәрәк, шул уҡ ваҡытта сәләмәт тәндә, рәхәтләнеп эшләү юлдарын эҙләү - һәрберебеҙҙең бурысы. Беркем дә сылбыр менән бәйләп ҡуймаған, в конце концов, бөтөнләй һаулыҡты вата торған һәм был доньянан иртә алып китә торған йәки инвалид яһай торған эштән китергә кәрәк. Эш бөтмәгән!
3.Дөрөҫ туҡланмау арҡаһында умыртҡалыҡ һөйәгенә кәрәкле микро һәм макроэлементтар килмәүе. Шуның арҡаһында дискларҙың насарайыуы, кибеүе, ҡатыуы. Шунан инде кинәт кенә эйелгән дә- бөгөлгәндә дискларҙың сығып ысҡыныуы, бүҫер барлыҡҡа килеүе ... Умыртҡалыҡ һөйәгенең сирҙәре һә!!! тигәнсе килеп тә етә.
Айҙар быйыл яҙҙан тотоноп, биш ай эсендә йортон яҡын дуҫы менән нигеҙенән алып түбә аҫтына индереп ҡуйыуын, әммә ләкин кинәт кенә бөтөн быуындарының һыҙлай башлауы, билдең рәте бөтөүен, ҡулдар әйбер ҙә күәтәрә алмай башлауын һөйләне. Иртәнсәктән кискә хәтле эшләйҙәр, алһыҙ –ялһыҙ тигәндәй. Маҡсат – быйыл йортто бөтөрөп йәшәргә инеү. “Тик апай, мин иртәнсәк көскә тора башланым, был йорт әллә миңә насип булмаҫҡа уйлай инде тип борсола башланым,”- тине. Һөйләшеп ултырҙыҡ. Биленең ныҡ ҡына ауыртыуын һөйләп алды. Эйе, был осраҡта организмдың бик ныҡ туҙҙырылыуы, тик урынына тейешле ашау инмәүе, шуның арҡаһында бөтөн тәндең ҡаҡшала башлауы билгеле булды. Тәндең дә запастары өҙлөкһкҙ түгел, уны ла дөрөҫ ашатып һәм тәрбийәләп торһаң ғына, йөрөй. Бензинһыҙ, майһыҙ машина йөрөйме??? Хатта көн үҙәгендә һыуҙы ла әҙ эсеүе билгеле булды. Тубыҡтарының бөгөлгәндә шытырҙап китеүе лә ныҡ йышайған булыуы – һөйәктәрҙең кибеүе тураһында һөйләй. Шулай уҡ ашау эшләүгә тәңгәл килмәй. Ашауҙы ҡатыны менән әйбәтләп тикшерҙек, ул витаминдары. файҙалы микро – макроэлементтары әҙ булған ризыҡ әҙерләүе билгеле булды. Ир көстө күп түгә, тик түккән көстө восполнять итә торған ризыҡтар әҙ ашала. Тән көн һайын ялһыҙ эшләй, ныҡ изнашивается. Уныһын да яйларға һөйләштек. Ваҡыт – ваҡыт ял да итеп алырға булдылар. Билгә ныҡ ауырлыҡ килеү арҡаһында дисклар ҡыҫыла башлаған, бер яҡҡа ауышып та йөрөй башлаған. Һә тигәнсе грыжа килеп тә сығырға мөмкин. Мин уларға Мейрам яҫтығын биреп торҙом, уны ҡулланырға, видеоны ҡарарға, күнегеүҙәр яһарға өйрәтеп ебәрҙем. Айҙар ике айҙан яҫтығымды алып килде. !Апай, был бик шәп әйбер. Мин бил ауыртыуын оноттом. Миндә станок бар, үҙемә лә яһайым, размерын видеонан ҡарайым, яһап, дуҫтарға ла бүләк итәм. Ашауҙы ла дөрөҫләнек. Аллаға шөкөр, өйөм үҙемә лә насип булыр тип ышанам инде,”- тине. Ауыҙына бал да май,Амин, шулай булһын. Ҡыуанам ғына бындай осраҡта. Кеше башын эшләтеп ебәреүе булды, тәнгә еңеллек тә килде. Бындай осраҡтар хәттин инде. Тик яҡынса барыһының да сәләмәтләнеү методикаһы бер төрлөрәк.
Мин минем яныма кәкерәйеп – бөкөрәйеп килгән кешеләрҙе шул уҡ көндө яҫтыҡҡа ятҡырмайым. Бер – нисә көн әйбәтләп массаж яһап, арҡаны йомшартып, ҡан төшкән ерҙәрен яҙып ебәрәм. Банка ла ҡуям, вакуумный банка ла ҡулланам.Кәрәсин компресстары ла ҡуям. Воспалениене кәметәбеҙ инде. Комфортный хәлгә еткәс, массаждан һуң яталар инде. Ине тейергә була минем массаж яһауҙан туҡтауымды иҫәпкә алып. Мин быны кемдер массаж менән нисек совмещать итергә тип уйлаһа, яуап яҙам. Белемле меңде йығар!!!
Минем был яҙмам бер генә кешегә булһа ла рәхәтләнеп эйелеп – бөгөлөп йәшәргә ярҙам итеп ебәрһә, юҡҡа яҙманым тейер инем. Беҙҙең тәнде Аллаһы Тәғәлә мең төрлө хәрәкәт яһай алырлыҡ итеп был доньяға ебәргән. Ул мөғжизәле аппарат тейергә була. Тик йәнле аппарат. Ә бына уны тәрбийәләп, дөрөҫ итеп ҡулланыу өсөн беҙгә иң ҙур байлыҡ – АҠЫЛ да бирелгән. Әйҙәгеҙ. шул аҡылды тәнебеҙҙе аңларлыҡ дәрәжәлә зиһенле итеп йәшәйек!
Зәүхиә Низамиева.
Фотосығанаҡ: 5d7c7aaff202639c2364a969
Читайте нас в