Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Ноябрь 2020, 14:20

"Бөгөн яңы машинала эш башланыҡ!"

Баймаҡ “Ашығыс ярҙам”ы хеҙмәтенең һөйөнөслө сәғәттәренән репортажҮҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева ла Республика Башлығы Радий Хәбировҡа сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе. “Яңы машиналарҙағы заманса медицина ҡоролмалары ауырыуҙарға ярҙам итеүҙең сифатын күтәрәсәк. Мәҫәлән, ундағы кислород 5-6 сәғәткә етә. Тимәк, беҙ ауыр хәлдәгеләрҙе Өфөгә алып барып еткереп өлгөрәсәкбеҙ..."

Баймаҡ “Ашығыс ярҙам”ы хеҙмәтенең һөйөнөслө сәғәттәренән репортаж

Яңы аҙнаның эш сәғәттәре башланып өлгөрмәүгә лә ҡарамаҫтан, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә төндән дауам иткән тынғыһыҙ минуттар хакимлыҡ итә ине. Саҡырыуҙарҙы ҡабул итеү һәм тәғәйенләү фельдшеры, диспетчер Самат Сәйфуллин тәжрибәле белгескә генә хас һалҡын ҡанлылыҡ менән һәр шылтыратыуҙы ҡабул итеп, уларға шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” ебәрә.

Тынысланығыҙ, һеҙгә ярҙам хәҙер генә барып етәсәк”,-тине ул. Унан фельдшерға мөрәжәғәт итеп: “Йәһәтерәк. Ауыр хәл. Бала ҡарлыҡҡан!”-тип борсолоуын белдерҙе. Шунда уҡ “Ашығыс ярҙам”дың ҡысҡыртҡан сигналы ишетелеп тә ҡалды.

Кешенең һаулығы, ғүмере өсөн һәр секунд һайын көрәшкән хеҙмәтте борсоған өсөн уңайһыҙ булып китте. Шулай ҙа үткән ялда Республика Етәксеһе килеп тапшырған ике яңы машинаны күреү теләге еңде. Әмәлгә, унда эшләйәсәк фельдшер Илнур Заһретдинов һәм машинаны йөрөтәсәк водитель Руслан Моталлапов саҡырыу буйынса сығып өлгөрмәгәндәр ине. Илнур Таһир улы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә ете йыл эшләй. “Яңы машинаға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Ул бик уңайлы, йылы, ИВЛ, ВВЛ, пульсты үлсәп, нормала тотоу, шәкәрҙе билдәләү һ.б. медицина ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Элек бындай ҡоролмалар тик өлкәндәр өсөн булһа, был яңы машинала балалар өсөн дә бар. Ошондай ярҙам өсөн БР башлығы Радий Фәрит улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ”,-тине.

Машинаның ул яғына, был яғына сығып, барыһын ҡарап йөрөгән Руслан Моталлаповҡа: “Яңы машинаға ултырыр алдынан бар изге теләктәрегеҙҙе әйттегеҙ инде”,- тип өндәшәм. Руслан Шамил улы йылмайып: “Беҙҙең өсөн иң мөһиме – машина ямғырлы-ҡарлы ваҡытта батып ҡуймаһын. Сөнки фельдшерҙы ауыр хәлдә булған ауырыуға ваҡытында алып барып еткереүҙе үҙемә бурыс итеп алғанмын. Ә был яңы “Ашығыс ярҙам” машинаһы тулы приводлы, тимәк, беҙҙең өсөн бер ниндәй юл да, һауа торошо ла ҡурҡыныс түгел. Ауырыуҙарға ла ваҡытында барып етәсәкбеҙ”,-тине. Был хеҙмәттә 6 йыл водитель булып эшләгән Руслан Шамил улына ҙур яуаплылыҡ хас.

Әйтергә кәрәк, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә көслө һәм уңған коллектив тупланған бында өлкән фельдшер Гөлфиә Байморатованың өлөшө бик ҙур. 1996 йылдан “Ашығыс ярҙам”да эшләгән Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы эшен мөкиббән китеп яратыуы, һөнәренең оҫтаһы булыуы һәм һәр ауырыуҙың яҙмышын үҙ йөрәге аша үткәреүе менән айырыла. Ғөмүмән, Баймаҡ “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә тик шундай кешеләр генә эшләй. Быны редакцияға туҡтауһыҙ килеп торған рәхмәт хаттары ла дәлилләй.

Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева ла Республика Башлығына сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе. “Яңы машиналарҙағы заманса медицина ҡоролмалары ауырыуҙарға ярҙам итеүҙең сифатын күтәрәсәк. Мәҫәлән, ундағы кислород 5-6 сәғәткә етә. Тимәк, беҙ ауыр хәлдәгеләрҙе Өфөгә алып барып еткереп өлгөрәсәкбеҙ. Дефибриляторҙа иһә тауышлы ярҙам итеү бар йәғни нимә эшләргә кәрәк икәнлеген аппарат үҙе үк яңғыратып тора. Был яңы эш башлаған фельдшерға йәки үтә ауыр осраҡтарҙа ныҡ ярҙам итәсәк”,-тине Әлиә Ғиззәт ҡыҙы.

Фельдшер Илнур Заһретдинов водитель Руслан Моталлапов менән тәүге саҡырыуға ашыҡты. Ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелгән оло кеше көтә ине уларҙы. Юлда барған ваҡытта Илнур Таһир улы планшетына ауырыған кешенең исем-шәрифен индерҙе. Унда шунда уҡ был кешенең ауырыу тарихы килеп тә сыҡты.

Һәр минуты түгел, ә секунды ҡәҙерле булған “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә башҡаса ҡамасау булып йөрөүҙе уңайһыҙ күреп, уларға барыһы өсөн дә рәхмәт әйтеп, һаулыҡ һәм сабырлыҡ теләп, хушлашырға ашыҡтым. Көнөнә 70-80 саҡырыу алып, район-ҡала буйынса йөрөгән медиктарҙың журналистың һорауҙарына яуап бирергә түгел, ял итергә лә ваҡыттары ҡалмай шул. Айырыуса, тажлы үләт таралған осорҙа уларҙың эше күпкә ауырлашты.

Ҡала урамдары буйлап елдереп киткән яңы “Ашығыс ярҙам” машинаһы хәҙер аҡ халатлылар тағы ла тиҙерәк килеп етәсәгенә, ә фельдшерҙарҙың эше күпмелер кимәлгә еңеләйеүенә өмөт-ышаныс бирҙе.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: