Һаҡмар
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
4 Ноябрь 2020, 00:17

«Ярҙамдың ҙуры-бәләкәйе юҡ...»

22 октябрҙә старт алған «Табиптар тураһында хәстәрлек күреп» акцияһына ярашлы «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәктәге бүлексәһе короновирус инфекцияһы менән көрәшкән табиптар өсөн әҙерләнгән аҙыҡ-түлек йыйылмаһын, 5-әр литрлыҡ һыу һәм күҙ һабынын Баймаҡ ҡала дауаханаһына тапшырыу өсөн район хакимиәте башлығы урынгбаҫары Азат Шәрипов, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең урындағы секретары Альбина Шаһадатова килгән ине.

Пандемия менән булған көрәштә алғы һыҙыҡта тап медицина хеҙмәткәрҙәре көрәшә. Күҙгә күренмәгән дошман да тәү сиратта тап уларға үҙ ағыуын һибә. Ниндәй генә һаҡланыу сараларын күреүгә ҡарамаҫтан, үкенескә күрә, был ауырыу үҙҙәренә лә ҡағылып ҡуя. Ҡайһы саҡ уларға башҡалар кеүек «ләз ятып» ауырыуға ла форсат теймәй ҡуя әле.
Бындай ауыр заманда, ҡайһы саҡ иртәнге көнгә өмөт уты һүнеп ҡуйғанда ла иғтибар һәм ихтирам итеү тойғоһо уны ҡабаттан ҡабыҙа.
22 октябрҙә старт алған «Табиптар тураһында хәстәрлек күреп» акцияһына ярашлы «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәктәге бүлексәһе короновирус инфекцияһы менән көрәшкән табиптар өсөн әҙерләнгән аҙыҡ-түлек йыйылмаһын, 5-әр литрлыҡ һыу һәм күҙ һабынын Баймаҡ ҡала дауаханаһына тапшырыу өсөн район хакимиәте башлығы урынгбаҫары Азат Шәрипов, «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең урындағы секретары Альбина Шаһадатова килгән ине.
Дауахананың баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева рәхмәт әйтеп: «Беҙгә күрһәтелгән ярҙамдың ҙуры-бәләкәйе юҡ. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы булһынмы, бәләкәй генә ҡаптағы шоколадмы – быларҙың барыһы ла иғтибарлыҡ билдәһе булып тора. Бының өсөн беҙ рәхмәттәр генә әйтә алабыҙ», – тине.
Азат Булат улы: «Бөгөн коронавирус менән көрәшкән мәлдә медицина хеҙмәткәрҙәре алғы һыҙыҡта тора. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе менән бер рәттән дауаханаға беҙҙең эшҡыуарҙарыбыҙҙың да ярҙамы күрһәтелеп тора. Алдағы көндәрҙә лә бындай ярҙам күрһәтелеп торһон. Һаулыҡ теләйем», – тине.
Бындай ауырыуҙар һәр ҡайһыбыҙҙы урап үтһен. Киләсәктә ауыр хәбәрҙәр аҙыраҡ ишетелһен.
Эльмира Кейекҡужина.
Автор фотоһы.
Читайте нас в