Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
27 Октябрь 2020, 00:45

Береһе үлгән, икенсеһе тере ҡалған

Уҙған аҙнала Баймаҡта ике суицид теркәлгән.

Уҙған аҙнала Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте 319 саҡырыу алған, шуларҙың 14-е бала менән бәйле. 3 кеше вафат булған. 15 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Баймаҡ ҡалаһынан бер ҡатын һәм бер ир кеше үҙ ғүмерҙәренә ҡул һалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир кешене ҡотҡарып ҡала алмағандар, ҡатынға ваҡытында ярҙам күрһәтеп өлгөрәләр. 1 юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кешегә “Ашығыс ярҙам” талап ителгән.
Бөгөн республикала коронавирусҡа бәйле махсус режим индерелгән. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, уға бары тик үҙегеҙ генә булышлыҡ итә алаһығыҙ. Урамға битлек һәм бирсәткә кеймәй сыҡмауығыҙ һорала.
Читайте нас: