Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Октябрь 2020, 12:00

Буласаҡ әсәләр һаҡланырға тейеш!

Сабыйҙың үпкәләре төрлө кимәлдәге ауырыуҙарға дусар булыуы мөмкин. Йәғни бала тыуҙы, ә унда шунда уҡ төрлө сирҙәр табыла. Был тәүге минуттарҙан уның тын алышын ауырлаштырыуы, башҡа ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе бар. Ҡатындың организмы ла ауырыу кисергәндән һуң көсһөҙләнә, уның хроник сирҙәре булһа, уларҙың көсәйеүе күҙәтелә...

Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус ауырыуы ҡырҡа тарала башлағас, ауырлы ҡатындарҙың да өйҙән эшләү ысулына күсеү мөһимлеген белдерҙе. Был осраҡлы түгел. Башҡортостанда коронавирус сире буласаҡ әсәләр араһында ла тарала башланы. Ошонан сығып, беҙ Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының гинекология бүлеге мөдире А.С. Аҡҡужинаға мөрәжәғәт иттек.

- Айгөл Сәлмән ҡыҙы, коронавирус менән ауырлы ҡатындар ҙа ауырый икән...

- Үкенескә ҡаршы, яңы вирус бер кемде лә аямай. Ковидтың ауырлы ҡатын өсөн генә түгел, ә буласаҡ сабый өсөн дә бик хәүефле булыуын һәр кем аңларға тейеш.

- Тыуасаҡ баланы коронавирус ниндәй эҙемтәләргә килтереүе бар?

- Сабыйҙың үпкәләре төрлө кимәлдәге ауырыуҙарға дусар булыуы мөмкин. Йәғни бала тыуҙы, ә унда шунда уҡ төрлө сирҙәр табыла. Был тәүге минуттарҙан уның тын алышын ауырлаштырыуы, башҡа ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе бар. Ҡатындың организмы ла ауырыу кисергәндән һуң көсһөҙләнә, уның хроник сирҙәре булһа, уларҙың көсәйеүе күҙәтелә.

- Ауырлы ҡатындарға коронавирустан һаҡланыу өсөн нимә эшләргә?

- Һаҡланырға, өйҙән артыҡ сығып йөрөмәҫкә! Йәмәғәт урындарына, кеше күпләп йыйылған урындарға, ҡунаҡҡа йөрөү тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел! “Минең бер ҡасан да ауырығаным юҡ, бирешмәйем!” - тигән фекер ауырлы ҡатындарға бөтөнләй килергә тейеш түгел. Шулай уҡ уларҙың ирҙәре лә ныҡ һаҡланырға тейеш. Өйҙә кескәй балалар, мәктәп уҡыусылары булһа, хәүеф тағы ла арта. Ауырлы ҡатын үҙен барыһынан да һаҡларға тейеш.

- Йәшәү рәүеше лә һаулыҡҡа тәьҫир итәлер?

- Әлбиттә. Ауырлы ҡатындар режимды күҙәтергә тейеш. Шулай уҡ табиптар был осорға тәғәйен витаминдар яҙа. Уларҙы мотлаҡ эсегеҙ. Дөрөҫ туҡланыу, ваҡытында ял итеү, кеше булмаған ерҙә саф һауала йөрөү ҙә ыңғай тәьҫир итә. Һауа торошо буйынса ғына кейенегеҙ! Ауырлы ҡатындар өшөргә лә, тирләргә лә тейеш түгел. Был организмдың һаҡланыу көсөн кәметә. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙ, буласаҡ сабыйҙың һау-сәләмәт булып ауаз һаласағы һеҙҙең яуаплылыҡта икәнлеген онотмағыҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Айгөл Сәлмән ҡыҙы. Буласаҡ әсәләр һеҙҙең кәңәштәрегеҙгә ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: