Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Октябрь 2020, 00:08

Киҙеүҙе, һалҡын тейеүҙе һәм коронавирусты нисек айырырға?

Киҙеүҙе сир билдәләре булған кешенән генә йоҡторорға мөмкинме?Ғаиләлә кемдер ауырыһа, нимә эшләргә?Дауаланыу өсөн ниндәй таблеткалар эсеү яҡшыраҡ?Сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн һуған, һарымһаҡ, имбирь ашау дөрөҫмө?Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтергә һуң түгелме?Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты сайттан белерһегеҙ.

Киҙеүҙе, вируслы инфекцияларҙы һәм коронавирусты дауалау тураһында нимә белергә кәрәк

Киҙеүҙе, һалҡын тейеүҙе һәм коронавирусты нисек айырырға?
Киҙеү, коронавирус һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙың (ОРВИ) билдәләре, ысынлап та, бер-береһенә оҡшаған, шуға күрә диагноз ҡуйғанда ла хаталаныуҙары ихтимал. Әммә был сирҙәрҙең һәр ҡайһыһының үҙенсәлектәре бар.
- Киҙеү, ғәҙәттә, көҙ һәм ҡыш миҙгелдәрендә тарала. Ул ҡапыл башлана: тән температураһы ныҡ күтәрелә, ҡалтырата, тән һыҙлай, баш ауырта, яҡтылыҡҡа тәьҫир итеүсәнлек көсәйә, тамаҡ төбөндә ауыртыу барлыҡҡа килә, тауыш юғала, ҡырҡыу итеп йүткертә.
- Киҫкен респиратор вируслы инфекциялар йыл әйләнәһенә «йәшәй». Улар бер нисә төрҙә була. Парагрипп яйлап башлана, температура артыҡ ныҡ күтәрелмәй, тамаҡ төбө ауырта, тауыш насарая, «эт өргән кеүек» йүткереү күҙәтелә. Риновируслы инфекция киҫкен рәүештә башлана, танау тона, тын алыу ауырлаша, тәм һәм еҫ һиҙеү кәмей, температура артыҡ юғары булмай. Аденовируслы инфекция ла ҡапыл башлана, температура йә үтә юғары, йә тотороҡло, тамаҡ төбө ауырта, аңҡауға нимәлер һыланып торған кеүек булыуы ихтимал, еүеш йүткерек, конъюнктивит. Респиратор-синцитиаль инфекцияның билдәһе — ҡоро, өйәнәккә оҡшаған туҡтауһыҙ йүткереү. Былары иң таралған инфекциялар, асылда улар бик күп һәм һәр береһе үҙенсә дауалау талап итә.
- Коронавирус инфекцияһы — артыҡ юғары булмаған тән температураһы, аҙ ғына ҡаҡырыҡлы ҡоро йүткереү, тын ҡыҫылыу, хәл бөтөү, күкрәк ситлегендә ниҙер йыйылып торған кеүек тойола, тәм һәм еҫ һиҙеү һәләте юғала, тамаҡ төбө артыҡ ауыртмай. Сирләгәндең 6-8-се көнөнә тын ҡыҫылыу көсәйә.
Һәр осраҡта ла, сирҙең тәүге билдәләре һиҙелеү менән, терапевҡа йәки педиатрға мөрәжәғәт итергә кәрәк! Эшкә йәки баланы баҡсаға, мәктәпкә алып бара күрмәгеҙ. Кәм тигәндә, клиник диагноз ҡуйылғансы бер ҡайҙа ла йөрөмәй тороғоҙ. Беренсенән, сирҙе аяҡ өҫтө үткәреү организм өсөн хәүефле, икенсенән, һеҙ хеҙмәттәштәрегеҙҙе зарарлауығыҙ ихтимал.

Киҙеүҙе сир билдәләре булған кешенән генә йоҡторорға мөмкинме?
Юҡ, улай түгел. Сирле кеше грипп вирусын инкубация осороноң һуңғы көнөндә, йәғни ауырыуҙың тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк тарата башлай.

Ғаиләлә кемдер ауырыһа, нимә эшләргә?
Иң яҡшы вариант — сирлене айырым бүлмәгә урынлаштырыу, уның өсөн айырым һауыт-һаба, таҫтамал тотоу. Мотлаҡ бүлмәне елләтергә, саңды һөртөп, таҙалыҡты һаҡларға. Әгәр яңы коронавиры инфекцияһына шик тыуһа, ғаилә ағзалары бөтәһе лә 14 көнлөк үҙ-үҙеңде изоляциялау режимында булырға тейеш.

Дауаланыу өсөн ниндәй таблеткалар эсеү яҡшыраҡ?
Киҙеүҙе һәм коронавирусты «дауалау рецепттарын» интернетта табырға була. Әммә уларҙы ҡулланырға ярамай: һәр осраҡта дауалау саралары һәм уларҙың күләме шәхсән билдәләнә. Әгәр кәрәкмәгән таблетканы дөрөҫ булмаған күләмдә эсә башлаһағыҙ, үҙегеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла зыян ғына килтерәсәкһегеҙ. Был бигерәк тә оло йәштәгеләр һәм балалар өсөн хәүефле. Дауалау алымын бары тик табип ҡына тәғәйенләй ала һәм быға ул ғына хоҡуҡлы!
Берҙән-бер иҫкәрмә: температура күтәрелгәндә уны төшөрә торған дарыуҙар эсергә мөмкин. Тәүге көндәрҙә 38 градусҡаса булған температураны төшөрмәү хәйерле, сөнки был осорҙа организм инфекцияны еңер өсөн үҙ күҙәнәктәрен эшләп сығара.
Мөмкин тиклем күберәк шыйыҡса эсегеҙ. С һәм Р витаминына бай йылымыс эсемлектәр — компот, йәшел сәй, гөлйемеш төнәтмәһе, морстар файҙалы. Интоксикацияны кәметеү, ғүмер өсөн мөһим органдарҙың дөрөҫ эшләүе өсөн шыйыҡлыҡ бик кәрәк. Өҫтәүенә, температура юғары булғанда кеше тирләп тә, тын алып та организмдағы һыуҙы юғалта.
Тағы бер мотлаҡ талап: түшәк режимын һаҡлағыҙ.

Сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн һуған, һарымһаҡ, имбирь ашау дөрөҫмө?
Һуған менән һарымһаҡ — халыҡ медицинаһы саралары. Әгәр ризыҡҡа аҙ-аҙлап өҫтәһәк, улар елһенеүгә ҡаршы торорға ярҙам итеүе, бактерияларға, вирустарға һәм бәшмәктәргә ҡаршы көрәшеүе ихтимал.
Имбирь организмды нығытыу сифатына эйә. Уның составында иммун системаһы өсөн файҙалы матдәләр бар, шуға күрә был тәмләткесте киҙеү һәм һалҡын тейеү мәлендә йыш ҡулланалар. Имбирҙең бактерияларға һәм елһенеүгә ҡаршы тороу сифаты патоген микрофлоранан һәм паразиттарҙан ҡотолорға ярҙам итә.
Әммә уларҙың барыһы ла иҫкәртеү саралары булып һанала һәм дауалауҙы тулыһынса алмаштыра алмай.

Ауырымаҫ өсөн нимә эшләргә?
Һаулығы һәм иммунитеты хаҡында хәстәрлек күргән, йәғни сыныҡҡан, сәләмәт тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән, дөрөҫ туҡланған, саф һауала күп йөрөгән кешеләргә инфекция йоғоп бармай.
Эпидемиялар осоронда кеше күп йыйылған урындарға — сараларға, сауҙа үҙәктәренә йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Магазинда һәм йәмәғәт транспортында битлек режимын һаҡлағыҙ, битлекте һәр ике сәғәт һайын алмаштырығыҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡулығыҙҙы йыуығыҙ (айырыуса урамдан ингәндән һуң һәм ашар алдынан), дезинфекция саралары менән ҡулланығыҙ. Әгәр грипп менән ауырырға теләмәһәгеҙ, прививка яһатырға кәңәш итәм.

Киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтергә һуң түгелме?
Киреһенсә, әле иң ҡулай мәл. Вакцина иммун системаһына грипп вирусына ҡаршы тороусы матдәләр эшләп сығарыуға булышлыҡ итә. Прививка яһатҡандан һуң ике аҙна үткәс, һеҙҙә киҙеүгә ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә башлай, бер айҙан һуң ул тулы көскә эйә була һәм бер йыл тәьҫир итәсәк. Тап шуға күрә прививканы йыл һайын ноябрь башланғанға тиклем эшләтергә кәңәш итәләр.

Ни өсөн 65 йәштән өлкәндәр хәүеф төркөмөнә инә һәм уларға өйҙә ултырырға кәрәк?
Ғәҙәттә 65 йәштән ололарҙа хроник сирҙәр күҙәтелә: йөрәк-ҡан тамырҙары, тын юлы һәм үпкә, эндокрин, бөйөр сирҙәре. Шулай уҡ онкология сирҙәре лә киҙеү һәм башҡа вируслы инфекцияларҙың барышын ҡатмарландырыуы ихтимал. Ошо арҡала инфекцияның ауыр формалары, насар эҙемтәләре, пневмонияның ҡатмарлы төрҙәре күбәйә. Шуға күрә эпидемия, бигерәк тә пандемия осоронда ололарға, мөмкин булғанса, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын һаҡлау хәйерле.
Читайте нас: